Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һуғышҡа ҡатын-ҡыҙ ҡарашы. III бүлек

31-се мотоуҡсылар полкы өс пехота батальоны, дивизия артеле, зенит батареяһы, танк батальоны, разведка, саперҙар, матди тәьминәт, төҙөкләндереү, снайперҙарҙың атыу роталары, реактив батарея кеүек бүлектәрҙән тора. Шулай уҡ мәғлүмәт үҙәге булған штаб-блиндаж алғы һыҙыҡтан егерме саҡрым тирәһе алыҫлыҡта тылда урынлашҡан. Беҙҙең туҡтаған урын да ошонда булды. “Башҡортостан” полкында Полктың танк батальоны күптән түгел генә командирын юғалтҡан ине. Подполковник Андрей Павлович Мигунов (“Скиф”), егеттәре менән хәрби заданиенан ҡайтып килгәндә, дрон һөжүменә эләгеп һәләк булған. Тәүге көндә уның төркөмө дошмандың бер хәйләһен асып, шул хәрәкәтте тар-мар итеп, уңышҡа өлгәшә, әммә икенсе көндә ҡайтҡан ваҡытта мәкерле шартлатҡысҡа эләгә. Командирға Рәсәй Геройы исеме бирелгән, был награда килеп етмәгән ине әле. Яуҙашы, хеҙмәттәше тураһында яҡты иҫтәлектәре менән полк командиры подполковник Роман Мостафин бүлеште. Андрей Мигунов Мәләүез районының Һарыш ауылында тыуып үҫә, Афған юлын үтә һәм ике тиҫтә йылдан ашыу хәрби хеҙмәттә була. Тыныс тормошта Ғафури районы хәрби комиссариатының ветерандар советында эшләй һәм, махсус хәрби операция иғлан ителгәс, үҙ теләге менән фронтҡа юллана. Мигуновты баҫалҡы, аҙ һүҙле, тыйнаҡ кеше, яуаплы һәм ҡыйыу командир итеп иҫләй һалдаттары. Штабта беҙҙе рота командиры урынбаҫары, лейтенант Рәмил Рәүилев ҡаршы алды. Барыһы ла уға “Әмир” тип мөрәжәғәт иткәс, башта исеме Әмирҙер тиһәм, позывнойы булып сыҡты. Ул холҡо, һалдаттар менән мөғәмәлә итеүе йәһәтенән хәрби кешегә оҡшамағайны. Торғаны интеллигент инде. Һөйләшкәндә лә уның белемле, уҡымышлы, хатта фәлсәфәүи ҡарашлы шәхес икәнен аңғараһың. Дөрөҫ һиҙемләгәнбеҙ: Рәмил хәрби операцияға тиклем Ҡарламан тимер юл станцияһы начальнигы булған. Бында килеп, тәүге төҙөгән контракт ваҡытын тултырғас, уны хәрби хеҙмәттә ҡалдырырға теләгәндәр, сөнки ул – ысын мәғәнәһендә ойоштороусы. Әйткәндәй, штаб гөрләп тора. Бында бәйләнеш аша ла, былай килеп инеүселәр менән дә кем ҡайҙа юллана икәнде хәл итәләр, бойороҡтарҙы тормошҡа ашырыу пландарын төҙөйҙәр, гуманитар конвой менән килгән әйберҙәрҙе тараталар, алғы һыҙыҡҡа кәрәк-яраҡ оҙаталар, унан сыҡҡандарҙы ҡаршы алалар, яралыларҙы һәм, үкенескә ҡаршы, һәләк булғандарҙы ла ҡабул итеп, тейешле урындарға ебәрәләр. Ысынын әйткәндә, был штабта мәҡәлә яҙып ултырыу мөмкинлеге юҡ, был – етди мәсьәләләр тикшерелгән, ир-егеттең ярһып бәхәсләшкән, хәрбиҙәрҙең ҡырҡыу-ҡаты һөйләшкән, ниндәйҙер хаталарҙы уртаға һалып анализлаған, устав боҙғандарҙы ҡыҙыу табаға баҫтырған урын. Шунда ла лейтенант үҙ булмышына тоғро ҡала белә. Ҡапыл бөтә эшен ҡуя ла өндәшә: – Егеттәр, барығыҙ берәй тәмлекәс табып алып килегеҙ әле. Барышняға сәй эсермәйбеҙме ни? Унан сәй табыны янында йәшәү ҡиммәттәре хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ. Аҡыллы кеше ҡайҙа ла, хатта фронт һыҙығы сигендәге ер аҫтындағы штабта ла, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе була ала шул. Светлана Рус халҡының “Һуғыш – һуғыш менән, ә ашамайынса булмай” тигән әйтеме бар бит әле, шуның кеүек бында ла ашхана блиндажынан кеше өҙөлмәй. “Ашхана” тип әйтеү күпкә, бик күпкә арттырыу инде, ер аҫтындағы бүрәнә бүлмә, тимер мейес, уның янында ашнаҡсының эш өҫтәле һәм бер-ике эскәмйә. Аҙығыңды алаһың да сығаһың, сөнки бер блиндажда күмәк кеше йыйылыу тыйыла. Аш алырға килеүҙең дә расписаниеһы бар. Һалдат бутҡаһынан бигерәк, ашнаҡсының ҡатын-ҡыҙ икәнен ишеткәс, ҡыҙыҡһыныуҙы еңә алмай, шунда юлландыҡ. Кушнаренко районы һылыуы Светлана Мәзитова ихлас ҡаршы алды, хәлен һораша башлағас, хатта күҙҙәренә йәш тулды. “Үҙем теләп килдем, әммә һағындым һәм арыным. Ошо арала отпуск бирергә тейештәр, көндәрҙе һанап көтәм, мине бер түгел өс ҡыҙым көтә”, – тине. Света – татар ҡыҙы, туған телендә матур һөйләшә, мейес артынараҡ китеп, сутырлашып серләшеп тә алдыҡ. Әйтеүенсә, ашнаҡсы эше бер ерҙә лә еңел түгел, бында ул ике йөҙләп кешене ашата, һауыт-һабаһын һәр кем үҙе йыуа. Бешереүгә продукция етерлек, бер нимәгә лә ҡытлыҡ кисермәйҙәр. Әлбиттә, күберәк консервалар, ярымфабрикаттар ҡулланыла, әммә эҫе аш – эҫе аш инде. – Фронт менән тыл араһында урынлашҡанһығыҙ, һәр ваҡыт ошо бер урында, кухнянан төтөн сыға... ҡурҡмайһығыҙмы? – тигән һорауҙы бирмәйенсә булдыра алманым Светаға. – Башта шундай тойғолар булды. Тап минең мейес өҫтөнә снаряд килер ҙә төшөр инде, тигән шикле уй башта өйөрөлөп тик йөрөр ине. Ауыр хеҙмәт түгел, ә шул уй йонсотто. Унан үҙемә әйттем: “Света, булды, тыныслан, былай бармай, балаларыңды уйла ла, Аллаһы Тәғәләгә һыйын”. Бына шулай тәрбиәләп алдым үҙемде. Консерваланған балыҡ һурпаһы менән порошоклы картуф бутҡаһы ашап, аяғөҫтө генә булһа ла берәр көрөшкә сәй эсеп сыҡтыҡ алсаҡ Кушнаренко ҡыҙында. Ул беҙҙе оҙата сығып, тыуған яғына сәләмдәр юллап ҡалды. Иҫән-һау ғына ҡайтып, балаларын ҡыуандырыуын теләйем Светлананың. Әртистәр Һөйләшеү, хәл белешеү өсөн һалдаттарҙы һайлап алманыҡ. Асылда, һәр осраған, ниндәйҙер йүнәлештәрҙә бергә хәрәкәт иткән, ҡаршы алған, оҙатҡан яугирҙәрҙең барыһы менән тигәндәй әңгәмәләштек. Кемдәрелер бер-ике ауыҙ һүҙ менән генә сикләнә, икенселәр асылып китеп һөйләшә. Матди тәьминәт буйынса взвод командиры Радик Кәримов Ғафури районының Үтәк ауылында тыуған, шунда уҡып, аҙаҡ Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған. Унда ул сәнғәткә, музыка ҡоралдарына ғашиҡлығы арҡаһында бара. Алты-ете йәшенән абзыһының баянда уйнағанын тыңлап, үҙе лә ныҡышып, өйрәнеп ала. Ә инде йәйге төндәрҙә гармун һуҙып ауыл урамдарын иңләгән мәлдәре яугирҙең йәшлек хәтирәләре булып һаҡлана. Сәнғәт тураһында хыялланһа ла, әрме хеҙмәтендә Кәримдең күңелен икенсе йүнәлеш яулап ала. Егет ҡайтып тормай, контракт төҙөп, армия сафында ҡала һәм 21 йыл Киров өлкәһендә ракета ғәскәрендә хеҙмәт итә. Часть старшинаһы, илдә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, үҙ теләге менән бында юллана. “Мин – хәрби хеҙмәттә тәжрибәле кеше, ошонда кәрәклерәк булырмын, тип уйланым” – ти ул. Өйҙә хәрбиҙе ҡатыны һәм ике балаһы көтә. Бер аҙ һалҡын алдырған ине Кәрим, ауырып ултырыуы төҫ-башына ла сыҡҡайны, әммә ул, беҙҙең күңелде күрергә теләп, баян табып, бер нисә көй уйнап ишеттерҙе. Командирҙың ҡулындағы баян моңланды, ә уйнаусының тыйнаҡ ҡына ҡарашында һағыш та, ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ эске көс тә сағылды. Беҙҙең тағы ла бер музыкаль ир-егетебеҙ Марсель Фәрхетдинов булды. Мин уны таныным, әммә кем икәнлеген хәтерләй алмай йонсоном. Шуға ла янына барҙым. – Мин һеҙҙе беләм, ахыры... Телевизорҙан күргәнем булдымы шул, – тием. – Бәлки, – тип көлә был, – мин дә һеҙҙе таныйым һымаҡ. Позывнойы “Певец” икән Марселдең. – Тимәк, һеҙ йырсы? – Шулай тиергә лә була. 2017 йылдың “Гәлсәр һандуғас”ында лауреат булдым, “Туған тел” каналы менән хеҙмәттәшлек иттем. Көйҙәр яҙам, йырлайым. Бына кем булып сыҡты өлкән сапер Марсель Фәрхетдинов! МХО-ның башынан бында, инде икенсегә конракт төҙөгән. Яу яланында йөрөһә лә, хыялдары йырлы сәхнәләрҙә уның. “Бала саҡтан үҙемде йырсы тип беләм, бармаҡ башындай сағымдан йырлаттылар, аҙаҡ төрлө йыр бәйгеләрендә еңеүҙәр яуланым, үҫә бара музыка сәнғәтенә иғтибарым артты һәм әле лә, хәрби шарттарҙа ла, йыр-моңдан айырылмайым”, – ти Марсель. Марсель Рафиҡ улы Ҡариҙел районында тыуған, күптән инде Өфөлә төпләнгән. Ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Алла бирһә, донъялар тынысланып, Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡас, йырсы карьераһын дауам итмәксе яугир. Шул көндәр килеүенә теләктәшлек белдереп, “Амин” тиергә генә ҡала. Баймаҡтар – Баймаҡтар бармы икән был тирәлә? – Башлыса Башҡортостан егеттәре, башҡорттар күп, – ти оҙата йөрөүселәр. – Башҡорттарҙың башҡорттары кәрәк ине, баймаҡтар... – Хәҙер саҡырабыҙ. Күп тә үтмәй бер егет көлөп килеп инде: – Кемдәр бында баймаҡтарҙы таптыра? – мине күреп, һуҡ бармағын күтәрҙе: – Апай, мин һеҙҙе интернеттан уҡыйым. Һаумыһығыҙ! Сергей Зорин исемендәге танк батальонының санинструкторы Хәлил Сөләймәнов икән. Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылынан. Хәлил тыныс тормошта вахта менән Себергә йөрөп эшләгән. Кәләше менән өс бала үҫтерәләр, иң олоһо өсөнсө класс уҡыусыһы ғына әле. – Күптән түгел 20 көнгә ялға ҡайтып килгәйнем, шунан һуң күңел тынысланмаған әле. Себергә йөрөп өйрәнелгән бит инде, оҙайлы айырылышыуҙарға ғаилә лә күнгән һымаҡ ине. Был юлы балалар илап оҙатты... шуны онота алмайым. Мин уларҙы бәләкәстәр әле тип уйлап йөрөһәм, аңлайҙар икән, – тип уңайһыҙланып, йәшкәҙәгән күҙҙәрен йәшерҙе һалдат. Хәлил армияла разведротала хеҙмәт итә, бында килгәс, санитарҙар курсын үтә. Үлем менән осрашҡан осраҡтары булған, яу яланынан алып сығылған егеттәргә беренсе ярҙам күрһәткән, танкистар менән дә, разведка менән дә алғы һыҙыҡҡа походтар яһап тора. Хәрби операция зонаһына килеүҙең сәбәптәрен һәр береһенән һораған шикелле, өс балаһын ҡалдырып хәүеф эсенә юлланған Хәлилгә лә шул һорауҙы бирәм. – Беҙ үҙ-ара һөйләшеп, ауылдан 11 егет сығып киттек, – тип башланы ул һүҙен. – Үҙебеҙ шулай хәл иттек. Аҡсаға килгәндә, былай ҙа таба инем уны, ғаиләмде лә, балаларымды ла тәьмин итә алдым. Әммә ошо операция иғлан ителгәс, йөрәктә ниндәйҙер елкенеү барлыҡҡа килде лә шул әйҙәне лә торҙо. Был, моғайын, башҡорттоң яугирлек булмышылыр. Һин хәрби хеҙмәт менән танышмы, таныш түгелме, аҙағы нимә менән бөтөрөн күҙаллайһыңмы – юҡмы... Шулай ҙа ир кешене яу тарта икән ул. Ниндәйҙер китап телмәре булмаһын, тик бында, хәрби операция зонаһына килеп ингәс, кеше үҙгәрә, йөрәктә хатта бығаса үҙең белмәгән тойғолар уяна. Тап бер шиғырҙа әйтелгәнсә: “А кто слабым был – сильным стал тогда. А кто сильным был – стал еще сильней.” Тап бына ошо тотоп торғоһоҙ алабарман сая рухты тойоу өсөн дә эҙләгәнмендер мин был башҡорттоң башҡортон. Уны кемдәрҙән эҙләргә икәнде белә инем бит инде... “Бында Аллаға ышанмағандар юҡ” Был фекерҙе миңә отец Виктор әйтте. Бер нөктәлә беҙҙең юл башҡорт батальондарының рухи остаздары Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор менән киҫеште. “Һеҙгә ышаналармы?” тигән мәкерлерәк һорауыма шулай тип яуапланы: “Беҙгә ышаныуҙары мотлаҡ түгел. Бында Аллаға ышанмағандар юҡ”. Отец Виктор үҙ дине өлкәһендә ниндәйерәк һөйләшеүҙәр алып баралыр – белмәйем, күрергә тура килмәне, ә бына Хәмзә хәҙрәт егеттәрҙең һорауҙары буйынса уҡыуҙар үткәрҙе. Берәүҙәр кемеһенәлер доға ҡылыуҙы, икенселәр өшкөрөп ебәреүҙе, өсөнсөләр бетеү-фәлән, доғалар китабы һораны. Хәҙрәттең беҙҙең менән аралашырға артыҡ ваҡыты ла булманы, уның янынан яугирҙәр өҙөлмәне. Шунда ла иғтибар күрһәтеп, доғалығын һәм ислам значогын бүләк итеп өлгөрҙө. Отец Виктор менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул үҙе хәрби, үҙе спортсы, үҙе бер йор һүҙле, шаян кеше икән. Күп темаларға һөйләштек. Батырлыҡ, шәһитлек, илһөйәрлек тураһында үҙ дине күҙлегенән сығып, ҡыҙыҡ ҡына фараздар әйтте. Шулай уҡ йәштәр, бөгөнгө сәнғәт, мәҙәниәт темаларын да ҡуҙғатты. Мәҫәлән, бөгөн күп даирәләрҙә бәхәс тыуҙырған “Слово пацана” киноһы буйынса: “Бында кем нимә күрергә теләй – шуны күрә, йәғни, һиндә нимә аҙ, шуны эҙләйһең. Фильмдағы быуында илһөйәрлек тойғоһо ла бар. Илеңде яҡларлыҡ яугир булыу өсөн белем менән аҡыл ғына аҙ. Бында шәһити батырлыҡ, хатта уйһыҙ саялыҡ та кәрәк. Бына ошо сифаттарҙы күрҙем был фильмда”, – тигән уй-фекерҙәрен белдерҙе. Бер кемгә лә сер түгел: махсус хәрби операция һәм унда ҡатнашыусылар тураһында интернетта төрлө бәхәсле фекерҙәр йөрөй. Шулай уҡ отец Виктор менән Хәмзә хәҙрәткә ҡағылышлылары ла осрай. Әммә беҙ уларҙы һалдаттар менән аралашыуҙа, тап шул хеҙмәттәре өҫтөндә күрҙек һәм уларҙы бөтә ерҙә лә көтөп алыуҙарына, ярҙамдарына мохтаж булыуҙарына шаһит булдыҡ. Яу эсендә йөрөгән кешеләргә ниндәйҙер ышаныс, инаныу һәм рухи терәк кәрәк бит. Беҙҙең һалдаттарға шул терәкте, рухи ныҡлыҡты ошолай арымай-талмай полктан – полкка, частан часҡа йөрөгән дин әһелдәре бирә лә инде. Йомғаҡлау Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин “Һайлап алған яҙмыш” әҫәрен яҙғас, уны фронтовик-яҙыусылар баҫмаға үткәрмәгән, һин һуғыш үткән ерҙәрҙе күрмәйенсә, шундағы халыҡ менән аралашмайынса яҙғанһың, шуға күрә яңылышлыҡтарың бар, тигәндәр. Әҙип был кәңәште тотоп, Германияға барып, күп нимәне үҙ күҙе менән күреп, немец халҡының көнкүрешен өйрәнеп, китапты яңынан яҙа һәм был әҫәр бөгөн дә уҡыусы ҡулында. МХО биләмәһенә барып ҡайтыуым да тап ана шул әҫәр дөрөҫлөгө өсөн кәрәк ине. Ә журналист яҙмалары ағымдағы көнүҙәк күҙәтеүҙәр булды. Һуғышты пропагандалау йәки “унда барыһы ла яҡшы” тип әйтеү өсөн түгел. Эйе, унда ҡурҡыныс һәм хәүефле, сөнки яу бара. Унда яугирҙәр ҙә, тыныс халыҡ та һәләк була. Унда емереклек, унда үлем... Тик һеҙ мине үлем хаҡында яҙыр тип көтмәгеҙ. Ул хаҡта бәйән итеү кәрәкмәй, ул былай ҙа барлығын оноттормай. Был мәҡәләләр республикабыҙҙан юлланған ир-егеттәрҙең батырлығын данлау, уларҙың хәл-торошон күрһәтеү һәм интернетта йөрөгән ҡайһы бер дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙе асыҡлау өсөн яҙылды. Авторы - Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА. Автор һәм В. Уразбаев фотолары.