Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тағы һыуыта...

Башҡортостан гидрометеорология идаралығы белдереүенсә, был аҙнала көндәр бер аҙ һыуыта. Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында һөйләне. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы көндөҙ -9, -14 градус. Шишәмбе, 23 ғинуарҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 23, -28 һыуыҡ булыуы көтөлә, көньяҡ-көнсығышта -13, -18 градус. Шаршамбы, 24 ғинуарҙа, кисә яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 21, -26, урыны менән -16 градус. Көндөҙ -11, -16 градус. Ҡыштың ҡыш булыуы яҡшы, ти торғайны ололар. Әйҙә, ҡыш көнө һалҡыныраҡ булһын, йәй йылы булыр, тип тә әйтәләр. Фото: Рәсүл Арыҫланов.