Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Уразова ҡартайған, йәмһеҙләнгән, ҡурҡыныс, тип яҙалар...”

Йырсы Гүзәл Уразова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты. Был юлы ул үҙенең фотолары аҫтына төрлө кешеләрҙең төрлөсә комментарий яҙыуы тураһында һүҙ алып бара. “Ҡартайҙым инде, тағы бер йәш өҫтәлде. Кеше олоғайған һайын йәшәрмәй. Күптәр минең шәхси битләүемдә түгел, башҡа аккаунттарҙа минең фото, видеолар аҫтына “Уразова ҡартайған, йәмһеҙләнгән, ҡурҡыныс”, тип яҙалар. Әйтерһең, үҙҙәре көндән-көн йәшәрәләр инде. Барыбыҙға ла килә инде ул, береһен дә урап уҙмай. Ишеткәнегеҙ барҙыр инде: старость – не радость, тигән әйтемде. Бына мин бының менән килешмәйем! Ҡартлыҡ – ҙур шатлыҡ ул. Матур ҡартлыҡҡа етеү – ҙур бәхет, минеңсә! Донъяны күрмәйсә лә китеп барған кешеләр бик күп. Аллаһ барыбыҙға ла оло йәшкә етергә насип итһен. Күңел йәш булһын!” – тип яҙҙы Гүзәл Уразова әсе теллеләргә яуап итеп. Фото һәм сығанаҡ: vk.com/urazova_official