Бишбүләк районының Аҙнай ауылы халҡы махсус хәрби операция зонаһындағы һалдаттарға маскировкалау селтәрҙәренең үтә мөһим икәнен яҡшы аңлап, уларҙы йәһәт үрергә өйрәнде, тип хәбәр итә “Светлый путь” гәзите. Егәрле ҡатын-ҡыҙҙар өй мәшәҡәттәрен ташлап тороп, көн һайын мәктәпкә йыйыла һәм бергәләп иртәнән кискә тиклем эш менән мәшғүл. –Эште беҙ октябрҙә башланыҡ. Кабинеттарҙың береһендә Рәүф Халиҡов, Закир Ситдиҡов һәм Рифҡәт Мөхәмәтшин селтәр үреү өсөн станок яһаны. “Бөтәһе лә фронт өсөн – Бишбүләк” төркөмө ирекмәндәре оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Шулай итеп, аҡрынлап үрергә өйрәндек, – ти педагогия хеҙмәте ветераны Лилиә Халиҡова. Ҡул эштәренә оҫта ауыл ҡатын-ҡыҙҙары селтәр үреү серҙәрен тиҙ үҙләштерә. Иң әүҙем аҫыл зат вәкилдәрен һанап та үтәйек: Фәнисә Камаева, Ғәлиә Мөхәмәтшина, Кифая Имашева, Ләйлә Ғүмәрова, Зимфира Муллаярова, Минзәлә һәм Венера Сөләймәновалар, Ирина Нурыева, Фәйрүзә Вахитова, Роза һәм Ғәлиә Мусиналар, Лилиә Халиҡова, Тәнзилә Шөғәйепова, Әлмирә Мөлөкова. Оҫталар алмашынып тора, береһе урынына икенселәр килә. Китапханасы Фәнисә Камаева төрлө темаларға әңгәмәләр үткәрә. Хатта 83 йәшлек Люциә Мырҙаханова ла таҫмалар ҡырҡырға ярҙам итә, ҡатын-ҡыҙҙы сәй менән һыйлай. Бынан тыш, ветеран яугирҙәргә тапшырыу өсөн түшәк кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар килтергән. Аҙнайҙар шулай уҡ алдынғы һыҙыҡтағы яҡташтарына посылкалар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. –Хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үтенесен үтәргә тырышабыҙ.Тәүге посылканы былтыр алғы һыҙыҡтағы ауылдашыбыҙ, биш бала атаһы өсөн әҙерләнек, ғаиләһенә ярҙам итәбеҙ.Гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәр кем ҡатнашырға тырыша. Ноябрҙә йылы кейемдәр туплап оҙаттыҡ, декабрь аҙағында Яңы йыл бүләктәре әҙерләнек, – ти Фәнисә Камаева. – Беҙ теләктәр теләй-теләй үргән селтәрҙәр ирҙәребеҙҙең, улдарыбыҙҙың ғүмерҙәрен һаҡлаһын! Уларҙың еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!– ти ауылдаштар. Фото: шәхси архивтан.https://svetput.ru/news/common_material/2024-01-19/tolko-vmeste-spravimsya-s-lyubymi-trudnostyami-3609735