Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡарауһыҙ йәнлектәр кәмер ине

Дүртөйлө районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарауһыҙ йөрөгән хайуандар өсөн приют ойоштороу буйынса проект ҡаралды. Яңы проект менән таныштырып, уның инициаторы, районда приют булдырыу өсөн билдәле бер шарттар бар, идеяны урындағы халыҡ та хуплай, тип билдәләне. “Беҙҙең ҡалала эйәһеҙ хайуандарҙы тотоу, стерилләштереү һәм вакцинациялау менән шөғөлләнгән хайуандарҙы ваҡытлыса аҫрау пункты бар. Шулай уҡ ирекмәндәр ярҙамында хайуандарҙы ғаиләләргә урынлаштырабыҙ. Хакимиәт булышлығында стерилләүҙең файҙаһы тураһында стенд ҡуйҙылар, Берәҙәк хайуандар көнөнә арналған байрам ойошторҙолар, хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһында роликтар төшөрҙөләр. Урындағы уҡыусылар ярҙамға әүҙем ҡушылды, улар пунктҡа мал аҙығы һәм йылы әйберҙәр килтерә”, – тине приют төҙөү буйынса проект инициаторы. Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың мөрәжәғәтен хупланы. Структура подразделениелары вәкилдәре приют урынлаштырыу варианттарын тәҡдим итте. Дүртөйлө районы биләмәһендә үҙ эшен асырға теләгән һәр кемде Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында: https://investrb.ru/ru/ сайтында алдан теркәлеп, йәки : 8(34787) 2-26-89, 2-19-48 телефоны аша яҙылып “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашырға саҡыралар. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дүртөйлә районы хакимиәте.