Найти тему
Башҡортостан гәзите

Етен үҫтереп, күлдәк тегергә өйрәткәндәр

Борай районындағы “Танып һыу” галереяһы үҙенсәлекле күргәҙмәләргә бай. Был тарафтарға эш сәфәре мәлендә уны ла күреп сыҡтыҡ. Айырыуса былтыр ойошторолған “Етендән алып күлдәккә тиклем “ тип исемләнгән белем биреү һәм остазлыҡ проекты ҡыҙыҡһындырҙы. Был күргәҙмә халыҡ кәсебе – ҡул менән туҡыу оҫталығына йәлеп итеүгә маҡсатланған. Экспозицияла етен туҡымаһын булдырыуҙың тотош циклы күрһәтелгән. Етенде сәсеп үҫтереүҙән башлап, эшкәртеп, артабан туҡыма эшләп, күлдәк тегеүгә тиклемге юл күргәҙмәгә килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Күргәҙмә бөгөнгө көндә ябылһа ла , оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү дауам итә. Бындай күргәҙмәләр беҙгә ата-бабаларыбыҙҙың боронғо шөғөлдәрен, тормош -көнкүрешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Декабрь айынан “Танып -һыу” арт -галереяһында “Ваҡыт штрихы” тигән күргәҙмә ойошторолған. Унда һүрәт төшөрөү сәнғәтенә ғашиҡ булған дүрт быуын вәкилдәренең эштәре тәҡдим ителә. Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған был күргәҙмәлә Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәкәре, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе Илгиз Харисовтың, уның уҡытыусыларының, уҡыусыларының һәм артабанғы быуындың эштәре ҡуйылған. Илгиз Зөфәр улы 25 йыл ғүмерен балаларҙы һүрәт төшөрөүгә өйрәтеүгә арнаған. Был күргәҙмә нимәһе менән үҙенсәлекле – уны күрергә килгән мәктәп уҡыусылары , йәштәр үҙҙәренең ата-әсәйҙәренең мәктәптә уҡыған йылдарында төшөргән һүрәттәре менән таныша ала. Тулыраҡ гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ. Автор фотолары.