Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аулаҡ өйгә килегеҙ!

Бишбүләк районының Дүсән ауылы мәҙәниәт йортона ҡатын-ҡыҙҙар кис ултырыуға йыйыла. “Һалдатҡа - ойоҡбаш” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, улар махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн ойоҡбаш-бейәләй бәйләй, тип хәбәр итә “Светлый путь” гәзите. Ауылдаштар буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә тырыша. Күңел йылыһын һалып, үҙ-ара аралашып, бәйләм бәйләй. Тәжрибәлеләре кәңәштәре менән уртаҡлаша, өйрәтеп тә ебәрә. Кис буйы ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһен дәртләндереп, ижади идеялар менән рухланып, дуҫтарса мөхиттә ваҡыттарын үткәрә. Йылы кейемдәр тупланып бөткәс, аҙаҡ Рәсәй армияһы яугирҙәренә тапшырыласаҡ. Кемдәрҙең һалдаттарыбыҙға ҡулдарының һәм йөрәк йылыһын бүләк итергә теләге бар, барығыҙҙы ла акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ. Фото: https://svetput.ru/news/common_material/2024-01-23/posidelki-vyazhem-dlya-svoih-3613590