Башҡортостан Башлығы дүрт минутлыҡ видеоролик баҫтырып сығарҙы һәм республикала йәшәүселәрҙе уны иғтибар менән ҡарарға саҡырҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, видеола төбәктең кемгә ҡаршы тороуы асыҡтан-асыҡ күрһәтелгән. Роликта Башҡортостанда рөхсәтһеҙ акциялар ойошторған экстремистар хаҡында һүҙ бара. Хәбәр ителеүенсә, Баймаҡта үткән митингтарҙа Руслан Ғәббәсовтың* ҡатнашлығы бар тип иҫәпләнә. Был хаҡта протест барышында ҡулға алынған студенттар һөйләне. Ғәббәсов үҙе Литвала йәшәй, шунан башҡорттарҙы ҡорал ҡулланырға саҡыра!.. Тағы ла Канадала йәшәүсе Руслан Сөләймәндең дә ҡатнашлығы бар. Ул океан аръяғынан Башҡортостандың Рәсәйҙән айырылыу кәрәклеге хаҡында бәйән итә. Фәнзил Әхмәтшин процестың күләгәле етәксеһе тип йөрөтөлә. Бынан тыш, роликта законһыҙ акцияларҙы ойоштороусыларҙың барыһының да тиерлек наркотиктар һәм хатта кеше үлтереү өсөн хөкөм ителеүе тураһында иҫкә төшөрөлә. Ролик аҙағында Башҡортостандағы ваҡиғалар менән сит ил киң мәғлүмәт сараларының ҡыҙыҡһыныуы билдәләнә, был э
Башҡортостан Башлығы экстремистарҙың ысын йөҙөн фашланы
23 января 202423 янв 2024
1 мин