Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡапҡа тышында “Өйөбөҙгә инеп сыҡ” тип яҙылған

Борай районында үҙенсәлекле бер ғаилә менән танышыу насип булды. Альбина менән Эрнст Хәбировтар заманында юғары уҡыу йортонда физика-математика факультетын тамамлаһалар ҙа, икеһенең дә шул тиклем ижади кешеләр булыуы, ҡул, ағас эштәренә оҫталыҡтары һоҡландырҙы. Ике ҡатлы ҙур йорт, ундағы йыһаздар, ихаталағы балалар майҙансыҡтары, башҡа фигуралар ғаилә башлығының ҡулдары менән эшләнгән, ә Альбина Ғабдрахман ҡыҙы тегеүгә, башҡа оҫталыҡҡа эйә. Шуға ла уларҙың йортоноң тышынан да, эсенән дә матурлыҡ бөркөлөп тора. Ошо күркәм ғаиләнең тарихы ла ҡыҙыҡлы. Улар икеһе лә класташтар, хатта курсташтар булып сыҡты. Һөнәр алып, тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтҡас, Альбина Ғабдрахман ҡыҙы тәүҙә бер аҙ балалар баҡсаһында эшләй, аҙаҡ өҫтәмә белем биреү педагогы булып Пионерҙар йортона урынлаша. Тегеүгә, бәйләүгә, йомшаҡ уйынсыҡтар эшләү серҙәренә өйрәтә ул балаларҙы. Был оҫталығынан ғаиләһе лә файҙа күрә. Әйбер булмаған заманда балаларына куртка, пальтоларға тиклем тегеп кейҙерә оҫта ҡуллы ханым. – Студент саҡта дөйөм ятаҡтағы әхирәтем бик матур тегә ине. Каникулға ҡайтып китһә, яңы күлдәк кейеп килер ине. Уның был оҫталығы мине лә ҡыҙыҡтырҙы. Өйҙән ятаҡҡа тегеү машинаһын алып килдем. Шулай итеп тегә-тегә оҫтарҙым. Ул әхирәтем менән әле лә аралашабыҙ, – тип йылы хәтирәләрен иҫкә төшөрҙө Альбина апай. Йылдар үтеү менән оҫталығы тағы ла арта. Уның ҡулдары менән сигелгән картиналар, ҡупшы ҡурсаҡтар өйҙөң йәме булып ултыра. Һуңғы йылдарҙа ул ҡағыҙҙы урап кәрзиндәр үреү менән мауыға, һәм улар ҙа бик күркәм килеп сыға, күпселек гөл һауыттары өсөн ҡулланыла. –Ҡул эштәрен шул тиклем яратам. Хатта телевизор ҡарағанда ла эшһеҙ тормайым, – ти ул. Альбина ханым махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә лә ярҙам итергә өлгөрә. Толстовкалар, снудтар теккән, маскировка селтәрен үрергә лә тәүгеләрҙән булып йөрөй башлаған. Хәбировтарҙың береһе тураһында һөйләгәндә икенсеһен әйтмәй ҡалдырыу мөмкин түгел. Эрнст Рәйес улы ла тәүҙә физика, математика фәндәренән белем бирһә, аҙаҡ һөнәри юлы Пионерҙар йорто менән бәйләнә. “Оҫта ҡулдар”, “Ағасты һырлау” түңәрәктәрендә төрлө әйберҙәр яһарға өйрәтә. Йылдар үтеп, тәжрибә туплау менән тәҙрә, ишектәр яһау буйынса үҙенең эшен асып ебәрә. Өйҙө биҙәгән затлы мебель дә Эрнст Рәйес улының ҡулдары менән булдырылған. Ишектәр, арка, шкаф, башҡа йыһаздар биҙәй был йортто. Ғөмүмән, йортто төҙөгәндә ҡайҙандыр оҫта саҡырмай, барыһын да алтын ҡулдары башҡара. Әле лә эшһеҙ тормай. Ғәҙәттә, ҡышын, ваҡыт иркенерәк саҡта тотона был шөғөлөнә. Ләкин оҫтамын тип маҡтанырға күнекмәгән. – Атайым минән дә оҫтараҡ ине. Уның эшләгәнен ҡарап, ярҙам итеп, эргәһендә өйрәнеп йөрөнөм. Өҫтәл булһынмы, буфетмы, шифоньермы, диванмы – үҙ ҡулдары менән эшләне. Уларҙың барыһы ла әле тыуған йортта ҡомартҡы булып һаҡлана. Элек эш ҡоралдары ла бик булманы бит, уны тимерлектә эшләтеп алдылар. Үҙенекен боҙмаһын тигәндер, атайым миңә айырым ҡоралдар бирҙе. Мин үҙемдең ҡоралдарым менән ағастан төрлө нәмә эшләнем. Иң беренсе табуретка килтереп сығарҙым. Аҙаҡ шыуырға сана ла эшләп алдым. Ауыр ғына, артлы сана шәп шыуа торғайны. Был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу күңелдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына эштең нескәлектәренә төшөнөп була, – тип бала саҡтан ағас эшенә ҡыҙыҡһыныуы барлығын билдәләне әңгәмәсем. Элекке һымаҡ күпләп мал тотмаһалар ҙа, бөтөнләй бөтөрмәгәндәр. Хатта ҡыҙыҡ өсөн пони ҙа аҫрайҙар. Уның өсөн бесән, һоло һатып алалар. Үҙҙәре ихлас, күңелдәре асыҡ булғанға был өйҙән кеше лә өҙөлмәй. Ҡапҡаның эргәһенә “Өйөбөҙгә инеп сыҡ” тигән яҙыу ҙа бит хужаларҙың ҡунаҡсыллығын күрһәтә. Бөртөкләп төҙөгән донъялары тирә-яҡҡа ҡот өҫтәп, йәм биреп ултыра. Тап ошондай егәрле, матур күңелле кешеләре менән көслө лә инде был төбәк. (Тулыраҡ гәзиттә уҡырһығыҙ.) Автор фотолары.