«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусы республика предприятиелары етәкселәре «Етештереүсәнлек лидерҙары» идара итеү кадрҙары әҙерләү программаһына заявка бирә ала. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһының Етештереүсәнлекте арттырыу үҙәге заявкалар ҡабул итә башланы. Был хаҡта БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне. Уҡыу милли проектта ҡатнашыусылар өсөн бушлай. Ул Мәскәүҙә Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының ВАВТ майҙансығында ойошторолған көндөҙгө дәрестәрҙе, шулай уҡ дистанцион модуль-ара эште күҙ уңында тотҡан ҡатнаш форматта үтә. Уҡыу өсөн ғаризаны етештереүсәнлек.рф сайтында бирергә мөмкин. 2024 йылда бөтәһе дүрт уҡыу ағымы планлаштырылған. Беренсе ағымға теркәлеү - 30 ғинуарға тиклем, ә икенсе ағымға 29 февралгә тиклем дауам итәсәк. Уларҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләре тураһында 2024 йылдың 24 ғинуарында Мәскәү ваҡыты менән 10:00 сәғәттә онлайн-конференцияла һөйләйәсәктәр. Унда ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/659e56abf47e734bcca77955/ Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22808/