Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта 2023 йылда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тикшерелде. Министрҙар кабинеты башлығы билдәләүенсә, бөгөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ Башҡортостан иҡтисадында мәшғүлдәрҙең өстән бер өлөшөн эш урындары менән тәьмин итә. Тулайым төбәк продуктының 30 проценты уның өлөшөнә тура килә. Республикала был секторҙың һан күрһәткестәре һуңғы өс йыл дауамында тотороҡло үҫешә. Был мәсьәлә буйынса ултырышта ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе. Премьер-министр Андрей Назаров Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙамы төрҙәрен көсәйтергә, яңыртырға ҡушты. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22807/