26 ғинуарҙа, йома көндө Телеүҙәк майҙаны алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа теләктәшлек күрһәтеп концерт ойошторола. Сараны ойоштороу башланғысы менән йәмәғәтселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сыҡты. Концерттың төп идеяһы – республиканың, уның күп милләтле берҙәм халҡы өсөн сығыш яһаған Башҡортостан етәксеһенә теләктәшлек күрһәтеү. – Беҙ үҙебеҙҙең берҙәмлекте күрһәтергә тейешбеҙ. Бөгөн Башҡортостандың күп милләтле халҡы республика Башлығына һәм уның экстремистик күренештәренә ҡаршы тороу йәһәтенән алып барған сәйәсәтенә теләктәшлеген күрһәткеһе килә. Был үҙ фекерҙәреңде әйтеү һәм мөрәжәғәт итеү майҙансығына әйләнәсәк, – тине БР әүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Хөсәйенов. – Бер үҙеңә генә тотош республиканы күтәреүе бик ауыр. Республикабыҙ тотороҡлолоғон ҡаҡшата башлаған күптән түгел булып үткән ваҡиғаларҙан һуң беҙ лидерыбыҙ – Башҡортостан Республикаһы Башлығын хупларға кәрәк, тип ҡарар иттек, шуға күрә концерт ойошторорға булдыҡ, – тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Артур Ғәлиев. Концерт 13 сәғәттә башлана. Унда кемдәрҙең ҡатнашыуы тураһында һуңғараҡ билдәле буласаҡ. Фото: "Башинформ".