Йәнйегеттән Азамат менән Фәниә Ҡарабаевтар 19 йыл инде ата-әсәйһеҙ ҡалған балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған Үҙҙәренең 4 балаһы янына 11 баланы алған был ғаиләлә балаларҙың өлкәндәре башлы күҙле булған. 2006 йылда улар бер туған Регина менән Аделинаны тәрбиәгә ала, аҙағыраҡ Гөлназ, Аэлита, Рәзилә, Радик, Ангелина, Карина, бер туған Илназ менән Ильянды алалар. 2024 йылда татыу ғаиләгә Кристина ҡушыла. Рәил, Зәлиә, Таңсулпан тормош ҡороп, үҙ балаларын тәрбиәләй. Төпсөк улдары Айҙар бөгөн хәрби хеҙмәттә. Иркен йортта бөтә шарттар бар. Атай-әсәй әүҙем тормош алып бара, балаларҙы ла шуға өйрәтә. Ҡарабаевтар - Рәсәй һәм республика конкурстары еңеүселәре. «Иң яҡшы ғаилә» конкурсында 2-се урын алдылар, «Урал аръяғының 100 иң яҡшы ғаиләһе» исемлегенә инделәр, «Милли йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә» булып танылдылар. Азамат Ишбулды улы «Атай даны» наградаһына лайыҡ булды, Фәниә Йәғәфәр ҡыҙы «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсында финалға сыҡты. Ул бала алып тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең «Өмөт
Йәнйегеттән Азамат менән Фәниә Ҡарабаевтар 19 йыл инде ата-әсәйһеҙ ҡалған балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған
14 апреля 202514 апр 2025
~1 мин