Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғәҙәти булмаған матурлыҡ бәйгеһе үтәсәк

28 апрелдә Өфөлә ғәҙәти булмаған матурлыҡ бәйгеһе үтәсәк. Уның үҙенсәлеге шунда – үҙ көсөн кейәүҙәге һәм балалары булған ҡатын-ҡыҙҙар һынай аласаҡ. Конкурстың тағы бер мөһим үҙенсәлеге – унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән гүзәл заттар ҙа ҡатнаша. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында MRS. Russia World РБ 2025 матурлыҡ һәм әсәлек конкурсы тураһында һөйләшеү булды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, матурлыҡ бәйгеһендә 18-ҙән 65 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала. Унда еңгән кеше артабан бөтә Рәсәй кимәленә, унда еңгән осраҡта халыҡ-ара кимәлгә сығасаҡ. –Ҡатын-ҡыҙҙарҙы матурлыҡ конкурсына саҡырғанда, башлыса бер үк яуаптарҙы ишетәһең: "Мин әҙер түгелмен: миңә шул тиклем йәш инде, миңә ябығырға кәрәк" һәм башҡалар. Быға бер нәмә әйтә алам: беҙҙең конкурс потенциалды асырға һәм үҙен һәр ҡатын-ҡыҙға йондоҙ итеп тойорға ярҙам итәсәк. Уның төп маҡсаты — модель сәнғәтендә һәм башҡа ижади йүнәлештәрҙә оҫталығын асыу. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был социаль әһәмиәтле проект, төрлө мөмкинлектәре булған, ш

28 апрелдә Өфөлә ғәҙәти булмаған матурлыҡ бәйгеһе үтәсәк. Уның үҙенсәлеге шунда – үҙ көсөн кейәүҙәге һәм балалары булған ҡатын-ҡыҙҙар һынай аласаҡ. Конкурстың тағы бер мөһим үҙенсәлеге – унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән гүзәл заттар ҙа ҡатнаша. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында MRS. Russia World РБ 2025 матурлыҡ һәм әсәлек конкурсы тураһында һөйләшеү булды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, матурлыҡ бәйгеһендә 18-ҙән 65 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала. Унда еңгән кеше артабан бөтә Рәсәй кимәленә, унда еңгән осраҡта халыҡ-ара кимәлгә сығасаҡ. –Ҡатын-ҡыҙҙарҙы матурлыҡ конкурсына саҡырғанда, башлыса бер үк яуаптарҙы ишетәһең: "Мин әҙер түгелмен: миңә шул тиклем йәш инде, миңә ябығырға кәрәк" һәм башҡалар. Быға бер нәмә әйтә алам: беҙҙең конкурс потенциалды асырға һәм үҙен һәр ҡатын-ҡыҙға йондоҙ итеп тойорға ярҙам итәсәк. Уның төп маҡсаты — модель сәнғәтендә һәм башҡа ижади йүнәлештәрҙә оҫталығын асыу. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был социаль әһәмиәтле проект, төрлө мөмкинлектәре булған, шул иҫәптән һаулығы сикләнгән төрлө ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерә. Һәр ҡатын-ҡыҙ яҡшы яҡҡа ғына үҙгәрә", – тип белдерҙе конкурстың Башҡортостандағы рәсми вәкиле, Рәсәйҙең Classic 2023 беренсе вице-миссисы Екатерина Альбеева. Әлеге ваҡытта конкурста ҡатнашыу теләген 32 ҡатын-ҡыҙ белдергән. Бәйге биш номинация буйынса үтә: 18+, 30+, 40+, 55+ һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн “Эксклюзив” номанацияһы. Быйыл бәйгелә ҡатнашыусыларҙың 10-ы – инвалидлығы булған гүзәл заттар. "Конкурста ҡатнашыу бик мөһим, шул иҫәптән һаулығы сикләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн. Сөнки был үҙ-үҙеңде баһалауҙы арттырыу, үҙеңдең эске статусыңды үҙгәртеү, эске сиктәрҙе киңәйтеү, конкурсанттар өсөн ғәйәт ҙур мөмкинлектәр генә түгел. Уларҙы республика һәм район киң мәғлүмәт саралары күрә башлай. Мәҫәлән, кисә минән конкурс тураһында мәғлүмәт һоранылар, Мәсәғүттән ҡатнашыусыға киң мәғлүмәт сараларында ярҙам итергә теләйҙәр. Йәғни ҡатын-ҡыҙҙар "күренеүсән" була башлай, йәмғиәттә сағыла, уларҙың эске таянысы күтәрелә. Шуға күрә, әлбиттә, мотлаҡ рәүештә MRS Russia World БР 2025 конкурсында ҡатнашырға һәм үҙеңде һынап ҡарарға кәрәк, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ҡурҡмағыҙ”, тине “Эксклюзив” төркөмө координаторы психолог, “Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары” Башҡортостан төбәк бүлексәһенең социаль проекттар буйынса йүнәлеше етәксеһе Гөлнара Нафиҡова. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан вәкилдәренең халыҡ-ара кимәлдәге матурлыҡ конкурстарында уңышлы ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Уларҙың береһе – Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән Гөлназ Ғәбитова, Лас-Вегаста “Миссис Мира 2025” конкурсы финалисы, “Миссис Рәсәй Мира 2024” конкурсы финалсыһы. Гөлназ Ғәбитова, стоматология өлкәһендә медицина хеҙмәткәре, ике ҡыҙ әсәһе. Ул үҙенең тәжрибәһе тураһында һөйләне һәм гүзәл заттарҙы ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашып, үҙҙәрен һынап ҡараһын тине. Икенсеһе – Межгорьела йәшәгән, “Рәсәй Һылыуҡайы-2024” конкурсы финалсыһы; “Башҡортостан Ынйыһы-2024” төбәк конкурсы еңеүсеһе, бәйгенең хореограф Дарья Аксенова. Әлеге республика матурлыҡ һәм әсәлек инклюзив конкурсында ҡатнашыуға заявка биргән ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәшәү географияһы бик киң һәм Өфө менән генә сикләнмәй. Бәләбәй, Мәләүез, Белорет, Межгорье, Благовещен, Өфө, Мәсәғүт — конкурста ҡатнашыусылар йәшәгән ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың тулы исемлеге түгел был. Уларҙы әҙерлектең бер нисә этабы көтә, шул иҫәптән дефиле, актерлыҡ оҫталығы, психология, стиль, сәхнә хәрәкәттәре, кинетика һ.б. буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Улар сәхнәгә сығырға һәм эксперт жюри алдында үҙҙәренең визит карточкаһы менән сығыш яһарға тейеш. Конкурс программаһында шулай уҡ сәхнәгә коктейль күлдәгендә, милли кейемдә, көнсығыш кейемендә, киске күлдәктә сығыу һәм, әлбиттә, бүләкләү тантанаһы ҡаралған. "Һәр ҡатнашыусыны номинация көтә, йәғни — ул таж, таҫма, ҡатнашыусы дипломы һәм партнерҙарҙан бүләктәр. Иң ҙур бүләк — ҡулдан эшләнгән таж һәм Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа республикабыҙ исеменән сығыш яһау мөмкинлеге. Бәйгенең финалы 28 апрелдә Өфөлә, „Атайсал“ халыҡ ижады үҙәгендә үтәсәк”, — тип йомғаҡ яһаны Екатерина Альбеева. Фото: Башинформ.