Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бер йөрәк йылыһын 15-кә бүләләр

Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында йәшәгән Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар ғаиләһе 19 йыл дауамында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы һөйөү һәм хәстәрлек менән солғай. Уларҙың ғаиләһе етем ҡалған 11 баланан һәм үҙҙәренең дүрт ул-ҡыҙынан тора. Араларында ғаилә ҡороп, хәҙер үҙҙәре сабыйҙар тәрбиәләгәндәре бар. 2006 йылда Ҡарабаевтар апалы-һеңлеле Регина һәм Аделинаны ғаиләгә ала. Һуңғараҡ Гөлназ, Аэлита, Рәзилә, Радик, Ангелина, Карина, бер туғандар Илназ һәм Илйән өҫтәлә. 2024 йылда ғаилә Кристинаны тәрбиәгә ала. Өлкәндәре Раил, Зәлиә һәм Таңсулпан хәҙер үҙҙәре бала тәрбиәләй, кинйәләре Айҙар атаһының өлгөһөндә экскаваторсы һөнәрен һайлай, әле армияла хеҙмәт итә, тип хәбәр итә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Ҡарабаевтарҙың иркен йортонда һәр баланың дәрес әҙерләү һәм ижад итеү өсөн үҙ урыны бар. Походтар, спорт күнекмәләре, мәҙәни саралар ғаилә тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Оло ғаилә республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, күп тапҡырҙар еңеү яуланы.

Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында йәшәгән Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар ғаиләһе 19 йыл дауамында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы һөйөү һәм хәстәрлек менән солғай. Уларҙың ғаиләһе етем ҡалған 11 баланан һәм үҙҙәренең дүрт ул-ҡыҙынан тора. Араларында ғаилә ҡороп, хәҙер үҙҙәре сабыйҙар тәрбиәләгәндәре бар. 2006 йылда Ҡарабаевтар апалы-һеңлеле Регина һәм Аделинаны ғаиләгә ала. Һуңғараҡ Гөлназ, Аэлита, Рәзилә, Радик, Ангелина, Карина, бер туғандар Илназ һәм Илйән өҫтәлә. 2024 йылда ғаилә Кристинаны тәрбиәгә ала. Өлкәндәре Раил, Зәлиә һәм Таңсулпан хәҙер үҙҙәре бала тәрбиәләй, кинйәләре Айҙар атаһының өлгөһөндә экскаваторсы һөнәрен һайлай, әле армияла хеҙмәт итә, тип хәбәр итә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Ҡарабаевтарҙың иркен йортонда һәр баланың дәрес әҙерләү һәм ижад итеү өсөн үҙ урыны бар. Походтар, спорт күнекмәләре, мәҙәни саралар ғаилә тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Оло ғаилә республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, күп тапҡырҙар еңеү яуланы. 2009 йылда “Иң яҡшы тәрбиәгә ҡабул итеүсе ғаилә” номинацияһында 2-се урынды алһалар, 2018 йылда “Урал аръяғының иң яҡшы 100 ғаиләһе” исемлегенә инде. 2022 йылда “Милли традицияларҙы һаҡлаған өсөн” номинацияһында еңеү яуланы. Азамат Ишбулды улы “Атай ҡаһарманлығы” наградаһына лайыҡ булды. Ә Фәниә Йәғәфәр ҡыҙы “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” финалына сыҡты, райондағы тәрбиәгә алыусы ғаиләләрҙең “Өмөт” клубын етәкләй. Ҡарабаевтарҙың уңыш сере – тотороҡлоҡта һәм мөхәббәттә. Балалары уҡыуҙа, спортта һәм ижадта уңыштары менән ҡыуандыра, ата-әсәнең ҙур тырышлығы уларҙың киләсәгенә ныҡлы нигеҙ буласағы бәхәсһеҙ. 15 балаға йөрәк йылыһын, иғтибарҙы тигеҙ бүлергә өйрәнгән татыу ғаилә күптәр өсөн һоҡланғыс өлгө. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.