Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Туҡта, самокат килә...

Яҙ етте, тимәк, ҡала урамдарында электр самокаты менән йөрөй башланылар. Бер уйлаһаң, бында хәүефләнергә урын юҡ та һымаҡ, әммә төптәнерәк ҡараһаң, ысынлап та, хәүеф-хәтәр бар. "Электр самокаты кешегә бәрелгән", "Электр самокаты менән йөрөүсе машинаға тапалған" – көн дә тиерлек ошондай насар хәбәрҙәр килеп тора. Эске Эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Дәүләт инспекцияһы идаралығының пропаганда буйынса инспекторы Иван Ширяев әйтеүенсә, бөгөнгө закон буйынса электр самокатында йөрөүсе йәйәүлегә тиң. Улар тәғәйен урындарҙан ғына хәрәкәт итергә тейеш. Велосипед юлы, тротуар, йәйәүлеләр зонаһы шуға асыҡ миҫал. Ә инде "Автомобиль өсөн юлдар" тигән юл билдәһе буйлап хәрәкәт итеү ҡәтғи тыйыла. – "Электр самокатында кемдәр йөрөй ала?" тип йыш һорайҙар, асыҡлыҡ индерәм, – ти Иван Ширяев. – Ете йәшкә хәтлем ҡыҙмы, малаймы, ул тик өлкәндәр күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. 7–14 йәшлектәргә велосипед юлы, тротуар һәм йәйәүлеләр зонаһы билдәләнгән, ә 14 йәштән өлкәндәр юлға сыға ала, унда ла тиҙлекте сәғәтенә 60 километрҙан арттырырға ярамай. Шлем, терһәкте һәм аяҡтарҙы һаҡлай торған махсус ҡулайламалар кейергә онотмаһындар ине, төндә инде яҡтыртҡыс тағып алырға кәрәк. Фото: Молодежная газета.