Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бәхетле бул, балаҡай!

Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндарҙың ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға – уларҙың улдары Әлимгә бер йәш тулған. “Әлимдең беренсе тыуған көнө! Байрамың менән, улым! Ваҡыт нисек тиҙ үтә. Һин үҙең әле кескенә, шул уҡ ваҡытта ҙур, инде күп нимәләр эшләй беләһең. Бала әле бәләкәй саҡта ләззәт алырға кәрәк икәнлеген үҙең ата-әсә булғас ҡына аңлайһың. Барыһы ла ваҡытлыса – йоҡоһоҙ төндәр ҙә, теш сығыуҙар ҙа. Баланы ашатҡандан һуң аш бүлмәһендәге тәртипһеҙлек тә, көнөнә 20 ыштан йыуыуҙар ҙа. Барыһы ла ваҡытлыса. Үҫкәнен һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ. Һин беҙҙең улыбыҙ булыуың менән сикһеҙ бәхетлебеҙ. Улым, беҙ һине бик яратабыҙ! Сәләмәт, бәхетле бул! Аҡ юлдар һиңә!” – тип яҙған Әлиә үҙенең социаль селтәрендә. Әлим, бәхетле бул! Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”.