Ире ҡатынына өндәшә: — Бәғерем! Күрше Фәтихтәр яңы диван һатып алғайнылар - һин шундай уҡ диван кәрәк тип яу һалдың - һатып алдым. Аҙаҡ улар зиннәтле кухня гарнитуры алдылар - бурысҡа бата-бата шундай уҡты алдым. Аҙаҡ улар Европа буйлап сәйәхәттә йөрөп ҡайтты. Ике-өс эштә эшләп булһа ла, аҡса йыйып, беҙ ҙә йөрөп ҡайттыҡ. Хәҙер нимә эшләргә икән миңә?! 🤔 — Нимә, тағы ла берәй нәмә алғандармы әллә?.. — Эйе, Фәтих яңы ҡатын алған!!! 😂😂😂 © Йылмай! 😂