Найти в Дзене

Хеҙмәте һәм тормошо менән башҡаларға өлгө

Сираттағы конкурсантыбыҙ – Миәкә районының Бикҡол ауыл биләмәһе башлығы Илдар Заһиҙуллин ошо ауылда тыуып үҫкән. Баш ҡалала Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем ала, һуңынан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған яғында агроном булып башлай, һуңынан баш агроном булып китә. 2007 йылда Бикҡол ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына тәғәйенләнә һәм бөгөнгә тиклем ошо ауыр ҙа, яуаплы ла бурысты үтәй. Был йылдар эсендә урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур көс һала. Ветерандар советы, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ауыл советы депутаттары, старосталар менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Ауылдарҙы үҫтереү, төҙөкләндереү йүнәлешендә берлектә эште ойоштора белгән оҫта етәксе ул Илдар Ришат улы. Ауылды төҙөкләү, унда уңайлы шарттар тыуҙырыу етәксенең төп маҡсаты. 2017 йылдан ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнаша. Конкурста еңеү яулап, Рассвет һәм Сатай-Бөрйән ауылдарында һыу селтәрҙәре ремонтланған, Садовый ауылында

Сираттағы конкурсантыбыҙ – Миәкә районының Бикҡол ауыл биләмәһе башлығы Илдар Заһиҙуллин ошо ауылда тыуып үҫкән. Баш ҡалала Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем ала, һуңынан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған яғында агроном булып башлай, һуңынан баш агроном булып китә. 2007 йылда Бикҡол ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына тәғәйенләнә һәм бөгөнгә тиклем ошо ауыр ҙа, яуаплы ла бурысты үтәй. Был йылдар эсендә урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур көс һала. Ветерандар советы, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ауыл советы депутаттары, старосталар менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Ауылдарҙы үҫтереү, төҙөкләндереү йүнәлешендә берлектә эште ойоштора белгән оҫта етәксе ул Илдар Ришат улы. Ауылды төҙөкләү, унда уңайлы шарттар тыуҙырыу етәксенең төп маҡсаты. 2017 йылдан ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнаша. Конкурста еңеү яулап, Рассвет һәм Сатай-Бөрйән ауылдарында һыу селтәрҙәре ремонтланған, Садовый ауылында мәктәп ҡыйығы алмаштырылған, ошо уҡ ауыл клубында тәҙрәләр яңыртылған, Бикҡолда ла клуб ремонтланған, Әбеш ауылында зыярат ҡоймалары алмаштырылған. Башҡа проекттарҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа ауылдарҙы төҙөкләүгә юл аса. “Беҙҙең ауыл” проекты буйынса Бикҡолда һәм Рассветта зыяраттарҙың ҡоймалары яңыртылған. Рассветта клуб ремонтланған. “Реаль эштәр” проектының да файҙаһын күрәләр. Уға ярашлы, Рассветта балалар баҡсаһы биләмәһендә уйын майҙансығы ҡоролған. Ошо уҡ ауылда балалар баҡсаһының һәм клубтың ҡоймалары алмаштырылған. Рассвет һәм Сатай-Бөрйәндә һыу селтәрҙәрен дә әлеге программа буйынса төҙөкләндергәндәр. Юлдар ҙа йәшәү кимәленең бер күрһәткесе булып тора. Уларҙың торошо ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. һуңғы биш йылда биш километр оҙонлоғонда урам юлдары ремонтланған. 2022 йылда барлыҡ ауылдарҙа ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансыҡтары булдырылған, ете рөхсәт ителмәгән сүплектәр бөтөрөлгән. Барлыҡ алты ауылда ла урам яҡтыртыу көйләнгән. Ауылдарҙы матурлауға, төҙөкләүгә бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Уларҙың ярҙамы менән ике ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә мемориалдар ҡуйылған. Рассвет һәм Садовый ауылдарында уларҙың ярҙамы менән 670 метр оҙонлоҡта электр линиялары һуҙылған, лампалар эленгән. Бикҡолда спорт, Рассветта балалар уйын майҙансығы ла меценаттарҙы йәлеп итеп барлыҡҡа килгән. Барлыҡ белем биреү, мәҙәниәт, спорт учреждениеларында тейешле шарттар тыуҙырылған. Спорт һөйөүселәр район һәм республика кимәлендә призлы урындар яулайҙар. Былар ауыл хакимиәте башлығы етәкселегендә башҡарылған эштәрҙең бер өлөшө генә. Тәүлек әйләнәһендә лә тынғы бирмәгән яуаплылыҡ та, ваҡыт та, көс тә талап иткән бурысты башҡарыуҙа Бикҡол ауыл биләмәһе башлығы һынатмай. Илдар Заһиҙуллин - яҡшы ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Зилә Булат ҡыҙы менән Илнур һәм Айнур исемле улдар үҫтергәндәр. Улар ҙа хәҙер үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан. Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, ғаилә ҡорғандар. Коллегалары, райондаштары, ауылдаштары алдында хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған Илдар Ришат улына “Башҡортостан” гәзите уҙғарған конкурста ла тик уңыштар теләйбеҙ. Фото: Илдар Заһиҙуллин архивынан.