Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өсөнсө мунсаһын эшләгән

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Әбйәлил районы халҡы Амангилде ауылында йәшәгән Рамаҙан Шаһыбаловты изге күңелле, ярҙамсыл кеше булараҡ яҡшы беләләр. Ябай халыҡҡа ла, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға ла берҙәй ярҙам итә эшҡыуар. 131-се полк егеттәренән мобиль мунса хаҡында үтенес килеп төшкәс, ул эшкә тотона. Мунсаға тигән бөтә кәрәк-яраҡты үҙе һатып алып, тиҙ арала мобиль мунсаны эшләп тә ҡуйған ул. Амангилде ауылы эшҡыуары эшләгән мунса яугирҙәргә тиҙҙән барып етер һәм уларҙың тәндәренә сихәт бирер, тигән ышаныста ҡалайыҡ. Был уның шундай өсөнсө мунсаһы. Афарин, Рамаҙан Сәлих улы! Сығанаҡ: "Осҡон" гәзитенән.