Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, республика гуманитар конвойынан тыш, махсус хәрби операция биләмәһенә ҡалалар һәм райондар хакимиәт башлыҡтары йыш бара – посылкалар һәм тылдағыларҙан ярҙам алып баралар, яҡташтарыбыҙҙы барып күрәләр. Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников 2023 йылдың майынан был вазифала эшләй. Ошо ваҡыт арауығында ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам алып барған. Николай Ельниковтың “Уфимские нивы” гәзитенә биргән интервьюһында түбәндәгеләр тураһында әйткән: - Ир-егеттәрҙең мөрәжәғәттәрен мотлаҡ тыңлайым, Өфө районының, аныҡ ауылдың нисек йәшәүе тураһында һөйләйем. Яугирҙәргә уларҙың туғандарының көнкүреш проблемаларын хәл итеү маҡсатында бәйләнеш өсөн телефон һандарын ҡалдырыуҙы ғәҙәт иткәнмен. Егеттәргә өйҙәрендә тыныс булыуы мөһим. Бер егет: “Һеҙҙән өй мөхите аңҡый”, - тип белдергәйне. Ысынлап та, беҙ килһәк, улар өсөн өйҙән туғандар килгән кеүек. Тағы шуны билдәләргә кәрәк, республикалағы ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән даими осраша. Улар менән аралашып, гуманитар конвой составында махсус хәрби операция биләмәһенә нимә ебәрергә кәрәклеге тураһында һөйләшәләр. Мәҫәлән, күптән түгел Өфө районы хакимиәте башлығы “Руха” позывнойлы яугир менән осрашҡан. Ул үҙ сиратында часть командованиеһынан һәм личный составтан Рәхмәт хаты тапшырыу маҡсаты менән килгән. “Ил һаҡсыһы яҡташтарыбыҙҙың хәрби рухы тураһында һөйләне. Хәҙер алғы һыҙыҡта нимә крәклеге тураһында һөйләштек. “Руха” махсус хәрби операция биләмәһенә квадрокоптер һатып алып ебәреү тураһында һораны. Өфө районының Хәйриә фонды менән берлектә был һорауҙы ҡарарбыҙ һәм ярҙам итербеҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Николай Ельников. Өфө районы фронттың алғы һыҙығындағыларға ла, бындағыларға ла даими ярҙам итә. Күптән түгел “Пират” позывнойлы яугир өйҙәренә һыу үткәргәндәре һәм йорт янында юлға ваҡ ҡырсынташ һалғандары өсөн рәхмәт белдергәйне. Гуманитар ярҙам туплау туҡтамай. Башҡортостанда йәшәүселәр, төрлө ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар кәрәкле әйберҙәрҙе туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Яугирҙәрҙең яҡындары, туғандары исемләп посылка килтерә, ә балалар үҙҙәре төшөргән һүрәттәрҙе һалып ебәрә. Республикала йәшәүселәр тарафынан ебәрелгән һәр әйбер мөһим. Өҫтәүенә уларҙың барыһына ла күңел һалынған, изге теләктәр юллап һалынған. Хәйбулла халҡы ла махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн ярҙамды даими әҙерләй. Район халҡы яугирҙәргә автомобилдәр, генераторҙар, иретеп-йәбештереү аппараттары, бензин бысҡылары, маскировка селтәрҙәре, миндектәр, шәхси гигиена, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, кейемдәр һәм башҡа әйберҙәрҙе даими туплап ебәрә. Ә гуманитар ылауҙы, ғәҙәттә, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов оҙатып бара. Әйткәндәй, күптән түгел Хәйбулла районы башлығы 54 йәшлек, дүрт балалы, дүрт ейәнле “Куба” позывнойлы яугир менән осрашты. “Махсус хәрби операция биләмәһендә ул - 2023 йылдың авгусынан. Яугирлек бурысын алғы һыҙыҡта үтәй. Ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, яугирҙәребеҙ, Рәсәй халҡы именлеген һаҡлап, ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә. Ул тыуған яғынан, туғандарынан йәки таныш булмағандарҙан тиҙерәк еңеү булыуын теләп яҙылған хәбәрҙәрҙән һәр яугир күңелен биләгән хис-тойғолар менән уртаҡлашты, шулай уҡ тыуған яҡтарына ҡайтҡандарға терәк булыу кәрәклеге хаҡында әйтте”, - тип яҙған Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ республика халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтле һәр кем. Гуманитар ярҙам яҡташтарыбыҙға тыуған яҡ сәләмен еткерә, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәй, техникалар, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә кәрәк. Яугирҙәребеҙҙең тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин. Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк. Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, йыллыҡ түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 520 000 һум тәшкил итәсәк. Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ. Фотолар: Рөстәм Шәриповтың, Николай Ельниковтың социаль селтәрҙәге сәхифәләренән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, республика гуманитар конвойынан тыш, махсус хәрби операция биләмәһенә ҡалалар һәм райондар хакимиәт башлыҡтары йыш бара – посылкалар һәм тылдағыларҙан ярҙам алып баралар, яҡташтарыбыҙҙы барып күрәләр. Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников 2023 йылдың майынан был вазифала эшләй. Ошо ваҡыт арауығында ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам алып барған. Николай Ельниковтың “Уфимские нивы” гәзитенә биргән интервьюһында түбәндәгеләр тураһында әйткән: - Ир-егеттәрҙең мөрәжәғәттәрен мотлаҡ тыңлайым, Өфө районының, аныҡ ауылдың нисек йәшәүе тураһында һөйләйем. Яугирҙәргә уларҙың туғандарының көнкүреш проблемаларын хәл итеү маҡсатында бәйләнеш өсөн телефон һандарын ҡалдырыуҙы ғәҙәт иткәнмен. Егеттәргә өйҙәрендә тыныс булыуы мөһим. Бер егет: “Һеҙҙән өй мөхите аңҡый”, - тип белдергәйне. Ысынлап та, беҙ килһәк, улар өсөн өйҙән туғандар килгән кеүек. Тағы шуны билдәләргә кәрәк, республикалағы ҡала һәм район хаки