Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан киноһында яңы һулыш

Башҡортостанда кинопроекттар питчингы уңышлы тамамланды. Ул республиканың төрлө тарафтарынан һәләтле авторҙарҙы тупланы. Билдәле продюсер, сценарист, ВГИК уҡытыусыһы Олег Богатов һүҙҙәренсә, проекттар кимәле федераль стандарттар буйынса ҡарағанда ла юғары. Жюри ағзалары бер тауыштан ҡатнашыусыларҙың үҙенсәлекле булыуҙарын билдәләй. Быйыл питчингыла проекттар ике номинацияла – “Тулы метражлы” һәм “Сериалдар”ҙа күрһәтелде. Һөҙөмтәлә жюри түбәндәгеләрҙе еңеүсе тип иғлан итте. “Тулы метражлы” номинацияһында беренсе урынды Алина Ғәлимова (“Демон Албаҫты” проекты өсөн), икенсе урынды Айрат Зәйниев (“Шанхай тарихы”), өсөнсө урынды Алина Тайыпова (“Мәскәүҙән Өфө һөйләй” ) яуланы. “Сериалдар” номинацияһында беренсе урынға Светлана Райская (“Диспетчер” ), икенсе урынға Инна Гусева ( “һуңғы герой”), өсөнсө урынға Айрат Зәйниев ( “Бухта”) лайыҡ булды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, һөҙөмтәләргә ҡарамай, һәр ҡатнашыусы еңеүсе исеменә лайыҡ. Был питчинг – Башҡортостан киноһының ҙур еңеүе. Был с

Башҡортостанда кинопроекттар питчингы уңышлы тамамланды. Ул республиканың төрлө тарафтарынан һәләтле авторҙарҙы тупланы. Билдәле продюсер, сценарист, ВГИК уҡытыусыһы Олег Богатов һүҙҙәренсә, проекттар кимәле федераль стандарттар буйынса ҡарағанда ла юғары. Жюри ағзалары бер тауыштан ҡатнашыусыларҙың үҙенсәлекле булыуҙарын билдәләй. Быйыл питчингыла проекттар ике номинацияла – “Тулы метражлы” һәм “Сериалдар”ҙа күрһәтелде. Һөҙөмтәлә жюри түбәндәгеләрҙе еңеүсе тип иғлан итте. “Тулы метражлы” номинацияһында беренсе урынды Алина Ғәлимова (“Демон Албаҫты” проекты өсөн), икенсе урынды Айрат Зәйниев (“Шанхай тарихы”), өсөнсө урынды Алина Тайыпова (“Мәскәүҙән Өфө һөйләй” ) яуланы. “Сериалдар” номинацияһында беренсе урынға Светлана Райская (“Диспетчер” ), икенсе урынға Инна Гусева ( “һуңғы герой”), өсөнсө урынға Айрат Зәйниев ( “Бухта”) лайыҡ булды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, һөҙөмтәләргә ҡарамай, һәр ҡатнашыусы еңеүсе исеменә лайыҡ. Был питчинг – Башҡортостан киноһының ҙур еңеүе. Был сараны ойоштороусылар Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы ярҙамында “РСП Содействие” автономлы коммерция булмаған ойошмаһы. Фото: “Ватандаш” журналы сайтынан.