Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Йәй бөтә Рәсәй халҡы йонсоясаҡ”

2025 йылдың йәйе, алдынғы метеорологтар, шул иҫәптән Рәсәйҙең баш синоптигы Роман Вильфанд фараздары буйынса, ил халҡы өсөн ысын һынау булырға вәғәҙә итә Һуңғы йылдарҙағы тенденцияларҙан күренеүенсә, тотороҡло күренешкә әйләнгән оҙайлы һәм бығаса булмаған эҫелек йәйге айҙарҙа өҫтөнлөк итәсәк. Эйе, былтыр Башҡортостанда йәй ямғырлы булды, ләкин сентябре йәйҙе оҙайтты. Ә 2025 йылдың йәйе оҙайлы эҫе көндәр менән янай. Термометр бағанаһының +35 градус һәм унан юғарыраҡ билдәлә оҙайлы ваҡыт тороуы көтөлә, шул уҡ ваҡытта эҫелектең иң юғары нөктәһе июль һәм август айҙарына тура киләсәк. Был беҙҙең өсөн ғәмәлдә нимә аңлата? Пландарҙы етди үҙгәртергә һәм оҙайлы ваҡытҡа әҙерләнергә кәрәк. Һүҙ шәхси һаҡланыу тураһында ғына түгел, ә ял, эш һәм көнкүреш процестарын планлаштырыу тураһында ла бара. Йәйҙең экстремаль эҫелегенә ҡарамаҫтан, фараздар яуым-төшөмгә бай 2025 йылдың көҙөн вәғәҙә итә. Көслө ямғырҙар тупраҡтағы дым етешмәүсәнлекте ҡапларға һәм, бәлки, температураны бер аҙ кәметергә ярҙам итәсә

2025 йылдың йәйе, алдынғы метеорологтар, шул иҫәптән Рәсәйҙең баш синоптигы Роман Вильфанд фараздары буйынса, ил халҡы өсөн ысын һынау булырға вәғәҙә итә Һуңғы йылдарҙағы тенденцияларҙан күренеүенсә, тотороҡло күренешкә әйләнгән оҙайлы һәм бығаса булмаған эҫелек йәйге айҙарҙа өҫтөнлөк итәсәк. Эйе, былтыр Башҡортостанда йәй ямғырлы булды, ләкин сентябре йәйҙе оҙайтты. Ә 2025 йылдың йәйе оҙайлы эҫе көндәр менән янай. Термометр бағанаһының +35 градус һәм унан юғарыраҡ билдәлә оҙайлы ваҡыт тороуы көтөлә, шул уҡ ваҡытта эҫелектең иң юғары нөктәһе июль һәм август айҙарына тура киләсәк. Был беҙҙең өсөн ғәмәлдә нимә аңлата? Пландарҙы етди үҙгәртергә һәм оҙайлы ваҡытҡа әҙерләнергә кәрәк. Һүҙ шәхси һаҡланыу тураһында ғына түгел, ә ял, эш һәм көнкүреш процестарын планлаштырыу тураһында ла бара. Йәйҙең экстремаль эҫелегенә ҡарамаҫтан, фараздар яуым-төшөмгә бай 2025 йылдың көҙөн вәғәҙә итә. Көслө ямғырҙар тупраҡтағы дым етешмәүсәнлекте ҡапларға һәм, бәлки, температураны бер аҙ кәметергә ярҙам итәсәк. Был контраст – эҫе йәй һәм ямғырлы көҙ – беҙҙән һығылмалылыҡ һәм яраҡлашыу талап итә. Йәйгә әҙерләнгәндә ресурстарҙы рациональ файҙаланыу һәм һаулығыбыҙ тураһында хәстәрлек күреү кәрәклеген иҫтә тоторға тейешбеҙ. Тик комплекслы ҡараш ҡына беҙгә был ҡатмарлы йәйҙе лайыҡлы кисерергә мөмкинлек бирәсәк. Ышанабыҙмы был фараздарға? Былтыр ҙа эҫе йәй вәғәҙә иткәйнеләр бит... Шулай ҙа яҙҙың бик иртә килеүе, 20 градуслы эҫенән һуң кире ҡар яуыуын иҫәпкә алғанда, һауа торошо ысынлап үҙгәрә. Шуға бөтә нәмәгә әҙер булайыҡ. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.