Башҡортостанда ниндәй проекттар барлыҡҡа киләсәк? Сираттағы “Инвестиция сәғәте”ндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарҙарҙың бер нисә башланғысын хупланы. Улар түбәндәгеләр: Бүздәк районында “Авилат” компанияһы 2022 йылдан алып уңышлы эшләй. Быйыл сәсеү майҙандарын киңәйтеү һәм сүстәрҙе таҙартыу, преслау һәм төрөү өсөн технологик линиялар булдырыу планлаштырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 552,7 миллион һум. “Строй Монтаж Д” компанияһы Өфө районында Dasko төркөмө өсөн 20 мең квадрат метр майҙанлыҡ ҙур комплекс төҙөй. Был келәт кенә түгел, ә 300 кеше эшләйәсәк магазин һәм кафе менән тотош логистик комплекс буласаҡ. Инвестициялар күләме - 1,55 миллиард һум. "Миәкә балыҡ компанияһы" ҡеүәтле индустриаль производствоға әйләнә бара. Бында ҡорамалдарға 68 миллион һум һалыуҙы планлаштыралар, шул иҫәптән йылына 250 тонна ҡеүәтле пресерв линияһына ла. Был компанияның позицияларын нығытасаҡ һәм 11 яңы эш урыны булдырасаҡ. Өфө районының “Алға” иҡтисади зонаһы биләмәһендәге “Астра” компа