Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йомашта Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған аллея барлыҡҡа киләсәк

Саҡмағош районының Йомаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илһөйәр Фәүҡәт ҡыҙы Ғарифуллина сығышы менән Дүртөйлө районынан. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алғас, хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында башлай. Һуңынан - почтала оператор, почта бүлексәһе начальнигы булып эшләй. Бала ҡарау ялынан һуң ауыл хакимиәтенә белгес итеп эшкә саҡыралар, аҙаҡ иһә эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләнә. Тормош иптәше менән ҡыҙ үҫтерәләр. Йомаш ауыл биләмәһе йыл һайын Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында әүҙем ҡатнаша. Быйыл Иҫке Үҙмәш ауылында һыу торбаларын алмаштырыу проектын тәҡдим иткәндәр. – Әле Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек бара – ауылдарҙа йыйылыштар үткәрәбеҙ. Унда төҙөкләндереү, өмәләр ойоштороу, сүп-сарҙы контейнерҙарға һалыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала. Хәҙер инде зыяраттарҙы таҙартыу буйынса өмәләр башлана, алдағы шәмбелә Иҫке Үҙмәш ауылында эшләйәсәкбеҙ, – ти Илһөйәр Фәүҡәт ҡыҙы. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы белдереүенсә, быйы

Саҡмағош районының Йомаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илһөйәр Фәүҡәт ҡыҙы Ғарифуллина сығышы менән Дүртөйлө районынан. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алғас, хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында башлай. Һуңынан - почтала оператор, почта бүлексәһе начальнигы булып эшләй. Бала ҡарау ялынан һуң ауыл хакимиәтенә белгес итеп эшкә саҡыралар, аҙаҡ иһә эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләнә. Тормош иптәше менән ҡыҙ үҫтерәләр. Йомаш ауыл биләмәһе йыл һайын Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында әүҙем ҡатнаша. Быйыл Иҫке Үҙмәш ауылында һыу торбаларын алмаштырыу проектын тәҡдим иткәндәр. – Әле Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек бара – ауылдарҙа йыйылыштар үткәрәбеҙ. Унда төҙөкләндереү, өмәләр ойоштороу, сүп-сарҙы контейнерҙарға һалыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала. Хәҙер инде зыяраттарҙы таҙартыу буйынса өмәләр башлана, алдағы шәмбелә Иҫке Үҙмәш ауылында эшләйәсәкбеҙ, – ти Илһөйәр Фәүҡәт ҡыҙы. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы белдереүенсә, быйыл Маҡар ауылында һәйкәл эшләйәсәктәр. Уны 14 апрелдә урынлаштыра башлаясаҡтар. Шулай уҡ июндә Маҡар ауылының 100 йыллығын билдәләйәсәктәр. Уға әҙерлек барышында Маҡар шишмәһе төҙөкләндереләсәк. Йомаш ауылындағы яңы һыу башняһының тирә-яғын кәртәләйәсәктәр. Апрелдә Йомаш ауылының йәштәр урамында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған аллея барлыҡҡа киләсәк – ағас ултыртасаҡтар. Ғөмүмән, туғыҙ ауылды берләштергән Йомаш ауыл биләмәһендәге етәксегә эш күп, тик өлгөр генә. Әйткәндәй, Илһөйәр Ғарифуллина әлеге ваҡытта “Башҡортостан” гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы ойошторған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсында ҡатнаша – «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан». Илһөйәр Фәүҡәт ҡыҙын уңыштар теләйбеҙ! Фотолар сығанағы: Илһөйәр Ғарифуллинаның ғаилә архивынан.