AY YOLA (ӘЙ ЙОЛА) төркөмөнөң “Урал батыр” эпосы нигеҙендә ижад ителгән йыры ғәжәйеп ҡеүәт менән донъяны яулауын дауам итә. Иң ҡыҙығы шунда: ошо көндәрҙә был трек Рәсәйҙе ҡан дошманы күргән Украинаның музыкаль чарттарында ла беренселекте яулаған. Әлбиттә, нацизм идеялары менән янған бәғзе украиндар был хәлде бик ауыр ҡабул иткән һәм улар Рәсәй музыкаһын тыңлауҙы туҡтатырға талап итә. Әммә музыка һөйөүселәрҙең дә үҙ фекере бар. Улар белдереүенсә, музыканың ниндәй илдә һәм телдә ижад ителеүе мөһим түгел, сөнки сәнғәт сәйәсәттән ситен. Әйткәндәй, күптән түгел “Арғымаҡ” һәм AY YOLA проекттары солисы Ринат Рамаҙанов популярлыҡ феномены, уңышҡа килтергән ғәмәлдәр хаҡында уй-фекерҙәре менән бүлешкәйне. “Беҙҙең бөгөнгө төркөмдә ҡатнашҡан һәр кем оҙаҡ йылдар дауамында үҙ йүнәлешендә ижад иткән шәхестәр булараҡ билдәле. Туплаған тос тәжрибә, эшләнгән эштәр, бихисап һөҙөмтәләр бар. Шәхсән үҙемә килгәндә, “Арғымаҡ” проекты һәр саҡ халҡым, телем, илем тигән маҡсаттарға тоғро булды, ошо изге йүнәлешт