Бөгөндән Башҡортостанда яҙғы һунар миҙгеле башланды. Һунарсылыҡ менән кәсеп иткән һәм күңеле өсөн йәнлек аулаған кешеләр 10 көн дауамында һыуҙа йөҙгән ҡоштарға һунар итә аласаҡ. Нисек һунар итергә һәм шул уҡ ваҡытта законды боҙмаҫҡа? Башҡортостанда йәнлектәр күпме? Улар ҡатнашлығындағы аварияларҙы нисек булдырмаҫҡа? Ҡапыл айыу килеп сыҡһа, үҙеңде нисек тоторға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн республика тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Берғулиевҡа мөрәжәғәт иттек. Бына ул нимәләр һөйләне. Ниндәй ҡоштарға һунар асылды? 11 апрелдән Башҡортостанда ҡаҙ, ата өйрәк, ҡурпысыҡ, ата һуйыр һәм ата ҡорға һунар итеү миҙгеле асыла. Ул Башҡортостан Башлығы бойороғо менән билдәләнгән ваҡытта, һунар ҡағиҙәләренә ярашлы дауам итәсәк. Һунар иткәндә билдәләнгән нормаларҙы үтәргә кәрәк. Бер һунарсыға бер көн эсендә биш ҡурпысыҡ, өс ҡаҙ, өс ата өйрәк, бер ата һуйыр һәм бер ата ҡор атып алырға рөхсәт ителә, артығын ярамай. Республикала һунарсылыҡ биләмәләре өс зонаға бүленгән. Уларҙың һәр береһенә яҡынса бер үк тәбиғәт шарттары булған райондар инә. Беренсе зонаға 23 район ҡарай, был – урманлы, далалы биләмәләр. Икенсе зонала 29 таулы-урманлы район, өсөнсө зона – Белорет районы. Белорет районы айырым бер зонаға бүленгән, сөнки бында ҡар оҙағыраҡ ята. Һунар миҙгеле зоналарға ҡарап асыла. Иң аҙаҡҡы мәлдә – Белорет зонаһында. Һәр зонала 10 көн генә ғәмәлдә була. Ләкин һунарсының тере ултырма өйрәге булһа, уның өсөн һунар миҙгеле бер ай дауам итәсәк. Быйыл – 12 апрелдән 11 майға тиклем. Иң мөһиме һунарсының рөхсәт ҡағыҙы булырға тейеш. Һәр зонаға айырым рөхсәт ҡағыҙы алырға кәрәк. Яҙын нимәләр тыйыла? Яҙғы миҙгелдә биләмәләр буйлап ҡоролған ҡорал менән йөрөү тыйыла. Кәмәнән ултырып атырға ярамай. Ҡоштарҙы аулау өсөн фонарь ҡулланыу тыйыла. Ҡорал яһағы алынған һәм көп эсендә ятҡанда ғына фонарь менән файҙаланырға рөхсәт ителә. Һыҙғыртҡыс ярай, электр ҡорамалдар ҡулланыу тыйыла. Электр үткәргесендә ултырған ҡоштарға атырға ярамай. Яҙын йөрөп һунар итеү тыйыла, был ысул менән тик һуйырҙы ғына ауларға ярай. Шулай уҡ яҙ көнө ҡоро үҫемлектәрҙе яндырырға ярамай, сөнки хәүефле янғын миҙгеле башлана. Шуға беҙ һунарсыларҙы был хаҡта иҫкәртәбеҙ. Тауыш сыҡҡан яҡҡа билдәһеҙ маҡсатта атыу тыйыла. Торлаҡ йорттарҙан 200 метр алыҫлыҡта ғына атырға ярай. Ауыл эсендә, Өфө районында һунар тыйыла. Өфө районы йәшел зона тип иҫәпләнә. Шулай уҡ федераль һәм республика әһәмиәтендәге ҡурсаулыҡтар, заказниктар, тәбиғәт парктарында һунар итеү тыйыла. Рөхсәт ҡағыҙын һунарсы, ҡайҙа һунар итергә уйлай, шунда барып ала. Әгәр ул дөйөм ҡулланылыштағы урында һунар итә икән, рөхсәт ҡағыҙын министрлыҡтан ала, әгәр һунарсылыҡ ойошмаһы биләмәһендә йыйынһа – шул ойошмаға мөрәжәғәт итә. Танытма алырға теләһәң... Быға тиклем һунарсы билетын һәр теләгән кеше министрлыҡҡа мөрәжәғәт итеп ала ине. Дәүләт Думаһы ҡарары менән был тәртип бер ни тиклем үҙгәрә. 1 сентябрҙән һунарсы таныҡлығы алыу өсөн уҡырға тура киләсәк. Артабан имтихан биреп кенә документ алырға мөмкин буласаҡ. Кандидат һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен, ҡорал менән эш итеү тураһында белергә тейеш. Бының өсөн ул йәки берәй ойошмала уҡырға, йәки үҙаллы белем алырға тейеш. Имтиханды беҙҙең министрлыҡ ҡабул итә. 200-ләгән һорауҙан торған тест әҙерләнә. Кемдең һунарсы билеты бар, был яңылыҡ уларға ҡағылмай, сөнки бер алған таныҡлыҡ ғүмерлеккә бирелә. Был сара бик ваҡытлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа урманда бәхетһеҙ осраҡтар артты. Һунарсылар бер-береһен ата... Күптәр ҡағиҙәләрҙе үтәмәй, сөнки белмәй. Ҡорал менән эш итеү хәүефле, шуға күрә билет алыу ҡағиҙәләре лә ҡәтғиләндерелә. Был тәңгәлдәге тағы бер яңылыҡ – 1 ғинуарҙан һунарсы билеттары электрон төрҙә бирелә башланы. Уны QR-код итеп телефонда һаҡларға була. Әгәр кемгәлер ҡатырға таныҡлыҡ кәрәк булһа, уларҙы ла биреү дауам итә. Айыуҙар иртә уянды. Һөжүм итәләр Март башында тәүҙә Баймаҡта, икенсе көнөнә Бөрйәндә айыуҙарҙың кешегә һөжүм итеү осраҡтары теркәлде. Көндәр иртә йылынғас, кеше урманға йөрөй башланы. Һөҙөмтәлә, ике кешегә иртә уянған ике инә айыу йәрәхәттәр һалды. Ярар ҡулдарында балталары булған, ике осраҡта ла ирҙәр айыуға бер нисә тапҡыр һуғып өлгөргән. Инә айыу бигерәк ҡурҡыныс була, ул балаларын яҡлай. Был хәлдәрҙең сәбәбе – иртә яҙ һәм айыу һаны артыуы. Урманда ҡапыл айыу килеп сыҡһа, нимә эшләргә? Тәү сиратта шым йөрөмәгеҙ, тауышланығыҙ, ҡысҡырып һөйләшегеҙ. Ҡапыл ҡаршығыҙға килеп сыҡһа, йүгереп ҡасмағыҙ, яйлап ҡына артҡа сигенегеҙ. Йәнлеккә арт менән боролмағыҙ. Бөтөнләй әмәл ҡалмаһа, ҡапыл ныҡ итеп ҡысҡырығыҙ, януарҙың был тауыштан ҡурҡыуы бар. Әйткәндәй, ике осраҡ буйынса ла айыуҙарҙы атып алырға рөхсәт бирелгәйне, тик улар табылманы. Бәлки, йыраҡҡа киткәндәрҙер. Йәки кешеләрҙең балта менән һуғыуынан алған йәрәхәттән үлеп ятыуҙары ла бар. Зыян күреүселәргә килгәндә, ошо көндәрҙә уларҙың икеһе лә дауаланып, өйҙәренә ҡайтарылды. Йәнлектәр күбәйә... Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәнлектәр һаны артты. Айыуҙарҙың кешеләргә һөжүм итеүе, ҡурҡмайынса ауыл эсенә килеүе, малға тейеүе хәүеф тыуҙыра. Һунарсыларға уларҙы атыу өсөн рөхсәт ҡағыҙы бирелһә лә, атып ала алмайҙар. Мәҫәлән, Башҡортостанда йылына 400-500 айыу алыуға квота бирелә, ләкин 80-100-ө генә аулана. Был күренеш һуңғы бер нисә йыл буйы теркәлә, күп рөхсәт ҡағыҙы ҡулланылмай ҡала. Был беҙҙә генә түгел, бөтә илдә шулай. Яңыраҡ Рәсәй буйынса кәңәшмә булғайны, Красноярск крайында квотаның ни бары ике процентын ҡулланғандар. Беҙҙә был һан күберәк – 25-30 процент. Шуға күрә айыу һаны ныҡ артып китмәһен өсөн ҡайһы бер хәүефле райондарға өҫтәмә рөхсәт бирәбеҙ. Дөйөм алғанда, һунар – ул күңел асыу сараһы ғына түгел, ә йәнлектәрҙең һанын контролдә тотоу ысулы. Ҡырағай йәнлектәр артып китһә, улар тирә-йүнгә зыян килтерә. Мәҫәлән, һуңғы тиҫтә йылда мышы һәм ҡоралайҙар күбәйҙе. 10 йыл элек уларҙың һаны 15-әр мең булһа, әле ике төр ҙә 35-әр меңдән ашҡан. Урмансылар төрлө үҫентеләр ултырта, ә мышылар уны бөтә плантацияһы менән бергә юҡҡа сығарып ашай. Улар артҡан һайын аҙыҡ етмәй башлай. Төлкө, бүреләрҙе атып алмаһаң, ҡотороу сире аҙа, был кешеләргә янай башлай. Ҡыр сусҡалары африка тағуны сире сығанағы булыуы ихтимал. Шундай хәүеф тыуғас, һуңғы йылдарҙа ҡабандарҙың һанын ныҡлы кәметтек. 15 мең баштан ике-өс мең баш ҡалды. Улай итмәһәк, сусҡасылыҡ комплекстары тулыһынса ябылыр, иҡтисадҡа миллиардлап зыян килер, кешеләр эшһеҙ ҡалыр ине. Ҡыҫҡаһы, уларҙы атыу – дәүләт яғынан көйләнгән эш, ғилми яҡтан нигеҙләнгән лимиттар, квоталар. “Быйыл шунса айыу алынырға тейеш” тигән һандар һауанан алынмай, ә тикшереү һөҙөмтәһендә билдәләнә. Тик йәнлектәргә рөхсәтһеҙ тейергә ярамай! Шул уҡ ваҡытта рөхсәт ҡағыҙы, лицензия булмай тороп йәнлектәргә тейергә ярамай. Был ҙур штрафтар менән янай, хатта енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ябай итеп әйткәндә был – браконьерлыҡ. Тәбиғәт ресурстарына килтерелгән зыян 40 мең һумдан ашһа, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ә бер айыу атыу ғына ла 100 мең һумлыҡ зыян килтерелде тигәнде аңлата. Йылына 40-60 енәйәт эше ҡуҙғатып торабыҙ. Инспекторҙарыбыҙ даими рәүештә рейдтарға сыға һәм законһыҙ һунар осраҡтарын асыҡлай. Ҡырағай йәнлек ҡатнашлығында аварияға осраһаң... Үрҙә әйткәнсә, ҡырағай хайуандарҙың артыуы кешегә хәүеф менән янай. Бында иң ҙур проблемаларҙың береһе – улар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары. Мәҫәлән, мышылар ҡараңғы ваҡытта йөрөй. Бындай авариялар айырыуса көҙ һәм яҙ арта. Йәш йәнлектәр яңы биләмәләр үҙләштереп сығып китә һәм юлға барып сыға. Бында йәнлектәргә дәғүә белдереү урынһыҙ, шуға күрә кешенең үҙенә иғтибарлы булырға кәрәк. Айырыуса ҡараңғы ваҡытта, урман юлдарында, ҙур трассаларҙа. Әгәр ҡырағай йәнлекте бәрҙерһәгеҙ, урынға дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәрен һәм инспекторҙарҙы саҡыртырға кәрәк. Улар төҙөгән документтар страховка түләүе алырға ярҙам итәсәк. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айыуҙарҙы атып алырға рөхсәт бирелгәйне, тик улар табылманы...
11 апреля 202511 апр 2025
6 мин
Бөгөндән Башҡортостанда яҙғы һунар миҙгеле башланды. Һунарсылыҡ менән кәсеп иткән һәм күңеле өсөн йәнлек аулаған кешеләр 10 көн дауамында һыуҙа йөҙгән ҡоштарға һунар итә аласаҡ. Нисек һунар итергә һәм шул уҡ ваҡытта законды боҙмаҫҡа? Башҡортостанда йәнлектәр күпме? Улар ҡатнашлығындағы аварияларҙы нисек булдырмаҫҡа? Ҡапыл айыу килеп сыҡһа, үҙеңде нисек тоторға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн республика тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Берғулиевҡа мөрәжәғәт иттек. Бына ул нимәләр һөйләне. Ниндәй ҡоштарға һунар асылды? 11 апрелдән Башҡортостанда ҡаҙ, ата өйрәк, ҡурпысыҡ, ата һуйыр һәм ата ҡорға һунар итеү миҙгеле асыла. Ул Башҡортостан Башлығы бойороғо менән билдәләнгән ваҡытта, һунар ҡағиҙәләренә ярашлы дауам итәсәк. Һунар иткәндә билдәләнгән нормаларҙы үтәргә кәрәк. Бер һунарсыға бер көн эсендә биш ҡурпысыҡ, өс ҡаҙ, өс ата өйрәк, бер ата һуйыр һәм бер ата ҡор атып алырға рөхсәт ителә, артығын ярамай. Республикала һунарсылыҡ биләмәләре өс зонаға бүле