"Махсус хәрби операция зонаһында хәбәрһеҙ юғалған ир-егеттәребеҙҙе өмөттәрен өҙмәй көткән уларҙың әсәләренең, хәләл ефеттәренең, балаларының хәлен яҡшы аңлаған Бөтә Рәсәй Диниә назаратының Урал аръяғы имам-ахуны, Рәсүлиә мәсетенең имам-хатибы Сәйфулла хәҙрәт Ғайсин йылдан ашыу иренән хәбәр ала алмаған Йәлембәт ауылында йәшәгән өс балалы йәш ҡатынға "Рәсүлиә" мәсете исеменән ҡорбанлыҡ һарыҡ ите бирҙе. Аллаһ Тәғәлә ҡорбанлыҡ биргән кешегә лә, уны алып килеп тапшырғанға ла именлек, сәләмәтлек насип итһен. Юғалған яугирҙәребеҙ табылһын, тыныслыҡ урынлашһын, ир-егеттәребеҙ тыуған йорттарына имен-һау әйләнеп ҡайтһын ине", - тип хәбәр иткән Әбйәлил районының Таштимер биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Шәрифә Иҙрисова. Сығанаҡ: https://vk.com/wall-106859930_155123