Әхиәт Ғиниәт улы Ғәйетбаев, хөрмәтле яҡташым, баҡыйлыҡҡа күскән...Ер һелкетә баҫып атлап, ҡолас ташлап эшләп йөрөгән талантлы, кешелекле, ихлас күңелле яҡташым... Йәне йәннәттә булһын! Иртә китте. Үкенесле, йөрәктәрҙе әрнетеп, илатып китте. Эшләгән изге эштәре менән исемен мәңгеләштергәндер инде ул. Йәл, бик йәл... Өс көн генә... Ҡабатлайым нисәнсе көн Эстән генә: - Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә, Өс көн генә... Асыу тотоп йөрөү – гонаһ, Кисерә бел, Бөгөн әйтер үпкә һүҙен Күсерә бел. Осрашыуҙан-күрешеүҙән Тороп ҡалма, Хаталарыңды туҡтауһыҙ Иҫкә алма. Бәләкәй генә шатлыҡҡа Һөйөнә бел, Етешмәгән, етмәгәнде Уйлама гел! Ҡәҙерлә һәр көндө, - тимен Эстән генә – Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә Өс көн генә... Фирүзә Абдуллина.
Әхиәт Ғиниәт улы Ғәйетбаев, хөрмәтле яҡташым, баҡыйлыҡҡа күскән...Ер һелкетә баҫып атлап, ҡолас ташлап эшләп йөрөгән талантлы, кешелекле
10 апреля 202510 апр 2025
3
~1 мин