Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Был - барыбыҙ ҙа ғорурлана алырлыҡ яҡшы күрһәткес

10 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров газ үткәреү буйынса төбәк штабы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә “2021 – 2025 йылдарға республиканы газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары, шулай уҡ социаль газ үткәреү программаһын үтәү барышы ҡаралды. Кәңәшмәлә “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм бүлендек компаниялар вәкилдәре, “Газпром межрегионгаз Уфа “ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры – “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе ойошмаһы Альберт Лоҡманов, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. *** Радий Хәбиров, ултырышты асып, республиканың торлаҡ фондын селтәрле газ менән тәьмин итеү кимәле 87,3 процент тәшкил итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Был барыбыҙ ҙа ғорурлана алырлыҡ яҡшы күрһәткес. Ул илдең күп кенә төбәктәренә ҡарағанда байтаҡҡа юғары. “Газпром” һәм уның бүлендек предприятиелары менән тығыҙ

10 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров газ үткәреү буйынса төбәк штабы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә “2021 – 2025 йылдарға республиканы газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары, шулай уҡ социаль газ үткәреү программаһын үтәү барышы ҡаралды. Кәңәшмәлә “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм бүлендек компаниялар вәкилдәре, “Газпром межрегионгаз Уфа “ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры – “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе ойошмаһы Альберт Лоҡманов, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. *** Радий Хәбиров, ултырышты асып, республиканың торлаҡ фондын селтәрле газ менән тәьмин итеү кимәле 87,3 процент тәшкил итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Был барыбыҙ ҙа ғорурлана алырлыҡ яҡшы күрһәткес. Ул илдең күп кенә төбәктәренә ҡарағанда байтаҡҡа юғары. “Газпром” һәм уның бүлендек предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Беҙ күп йүнәлештәр буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек итәбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Тәү сиратта Газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү буйынса республика программаһын әүҙем тормошҡа ашырабыҙ. 2021 йылдан алып Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 500 километр самаһы булған 44 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлгән, 16 меңдән ашыу йортҡа газ үткәреү мөмкинлеге булдырылған, шуларҙың 78 тораҡ пунктында 2600-гә яҡын йорт газға тоташтырылған. Дөйөм алғанда, программа 1055 километр ҡасаба-ара газ үткәргестәр һәм 1054 км ҡасаба эсендәге газ үткәргестәр төҙөүҙе күҙ уңында тота. Газ селтәре 181 тораҡ пунктҡа тиклем еткереләсәк, был 26 мең йортҡа газ үткәреү мөмкинлеген булдырасаҡ. Ултырышта ҡатнашыусылар, программаға индерелгән газға тоташтырыу объекттарын төҙөү график буйынса бара, тип билдәләне. Көн тәртибенең тағы бер мәсьәләһе – Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән социаль газлаштырыу программаһын тормошҡа ашырыу. 2021 йылда дәүләт башлығы элек газлаштырылған тораҡ пункттарҙағы йорт сиктәренә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Был эш өсөн берҙәм газ үткәреү операторы яуаплы. Программа сиктәрендә 4,9 мең километр газ үткәргес төҙөлгән. 2 219 ауылда 73,5 меңдән ашыу йортҡа газ үткәреү мөмкинлеген тәьмин итә. Республика халҡы газды тулыландырыуға 72 меңдән ашыу ғариза биргән, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. 60 меңгә яҡын йорт газға тоташтырылған да инде. 2024 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә социаль газлаштырыу программаһын тораҡ пункттар сиктәрендә урынлашҡан баҡса ширҡәттәрендәге торлаҡ йорттарға таратырға ҡуша. – Республикала бөтәһе 1500 баҡса ширҡәте бар. Газ үткәреү потенциалы – 426 баҡса ширҡәте, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – 2025 йылға һигеҙ муниципалитетта 63 баҡса ширҡәтен үҙ эсенә алыу планлаштырыла. *** “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе ойошмаһы – “Газпром межрегионгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов билдәләүенсә, республиканың 100 мең һумлыҡ газ үткәреүгә сертификаттары Башҡортостанды газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам булды. Был ярҙам сараһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала. – Беҙ 10694 сертификат ҡабул иттек, 10 407 йортто газға тоташтырҙыҡ, – тип өҫтәне Альберт Лоҡманов. – Ташламалы категориялы йорттарға газ үткәреү, айырыуса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында һүҙ барғанда, улар беренсе сиратта тәьмин ителергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Яугирҙәрҙең ғаиләләренә дөйөм суммаһы 57 миллион һумлыҡ 663 сертификат тапшырылды. Һәм был эште дауам итәсәкбеҙ. *** Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ тариф һәм мөлкәт мәсьәләләрен, ҡулланыусыларҙың, тәү сиратта ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың түләү дисциплинаһын тикшерҙе. Фото: glavarb.ru.