Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташыбыҙ Азамат Ҡәҙерғоловтың яҡты иҫтәлегенә арналған ”Әҙәбиәтебеҙ хазинаһы” исемле әҙәби кисә үтте. Сарала БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы, ”Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Иҫәнгилдина Гүзәл Салауат ҡыҙы, Азамат Ҡәҙерғоловтың бер туған һеңлеһе Ҡәҙерғолова Алсу Яхъя ҡыҙы һәм район китапханасылары ҡатнашты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән Азамат Яхья улының тормош юлына һәм ижадына байҡау яһаны. Яҙыусының ”Илек бүләге”(1991),”Етем ялан”(1997) китаптарына ингән үлемһеҙ әҫәрҙәре буйынса Айгөл Иҙелбаева, Гөлсинә Бикҡолова үҙ фекерҙәрен еткерҙе. А.Ҡәҙерғоловтың ижадына һәр саҡ ихтирам менән ҡараған Луиза Дәүләтшинаның һәм Гүзәл Иҫәнгилдинаның сығыштары фәһемле, тәҡдимдәре уйланырлыҡ булды. Әҙиптең һеңлеһе Алсу Яхья ҡыҙы ағаһы хаҡында иҫтәлектәр менән уртаҡлашып, сараны ойоштороусыларға үҙенең рәхмәтен белдерҙе. 45 йәшендә генә фажиғәле вафат булған журналист һәм яҙыусының и
Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташыбыҙ Азамат Ҡәҙерғоловтың яҡты иҫтәлегенә арналған ”Әҙәбиәтебеҙ хазинаһы” исемле әҙәби кисә
10 апреля 202510 апр 2025
~1 мин