Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Иғтибар: республикала ҡайһы бер юлдар тулыһынса ябылды!

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошоноң боҙолоуына бәйле республика юлдарының ҡайһы бер участкаларында ваҡытлыса хәрәкәт туҡтатылған. Шул иҫәптән бөтә төр транспорт саралары өсөн: республиканың төбәк әһәмиәтендәге ҡулланылыштағы Өфө – Бөрө – Яңауыл юлының 33+000 һәм 180+000 километрында (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай һәм Ҡалтасы райондарында), Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлының 0+000 һәм 148+300 километрында (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел райондарында), Яугилде – Суртанлыкүл 0+000 һәм 56+100 километрҙа (Ҡариҙел һәм Асҡын райондарында); 30 сәғәттән Мәләүез – Федоровка автомобиль юлында 0+000 – 55+600 километрға тиклем (Мәләүез, Федоровка райондарында). Хәрәкәтте туҡтатыу ваҡыты бөгөнгө 21.00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә ҡала – һауа шарттары яҡшырғанға тиклем. Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе водителдәрҙән үҙҙәренең машина йөрөтөүгә яуаплы ҡарауҙы талап итә. Беренсе һәм иң мөһиме — тиҙлекте кәметеү һәм араны арттырыу. Ҡапыл тормозға баҫыу, тиҙлекте арттырыу һәм үҙгәртеп ҡороу к

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошоноң боҙолоуына бәйле республика юлдарының ҡайһы бер участкаларында ваҡытлыса хәрәкәт туҡтатылған. Шул иҫәптән бөтә төр транспорт саралары өсөн: республиканың төбәк әһәмиәтендәге ҡулланылыштағы Өфө – Бөрө – Яңауыл юлының 33+000 һәм 180+000 километрында (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай һәм Ҡалтасы райондарында), Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлының 0+000 һәм 148+300 километрында (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел райондарында), Яугилде – Суртанлыкүл 0+000 һәм 56+100 километрҙа (Ҡариҙел һәм Асҡын райондарында); 30 сәғәттән Мәләүез – Федоровка автомобиль юлында 0+000 – 55+600 километрға тиклем (Мәләүез, Федоровка райондарында). Хәрәкәтте туҡтатыу ваҡыты бөгөнгө 21.00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә ҡала – һауа шарттары яҡшырғанға тиклем. Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе водителдәрҙән үҙҙәренең машина йөрөтөүгә яуаплы ҡарауҙы талап итә. Беренсе һәм иң мөһиме — тиҙлекте кәметеү һәм араны арттырыу. Ҡапыл тормозға баҫыу, тиҙлекте арттырыу һәм үҙгәртеп ҡороу кеүек киҫкен хәрәкәттәрҙән тыйылырға кәңәш ителә. Фото: @bash_gibdd. .