Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тиҙҙән һуғыш ветеранына – 100 йәш!

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Лавренов тыумышы менән Иглин районынан. Бәләкәй Коля 13 йәшенән тыуған ауылындағы хужалыҡта эшләй башлаған. Ҡайҙа ғына бил бөкмәгән ул, тимерсе булған, көтөү көткән, ҡыҫҡаһы, исеме һәр ваҡыт маҡтау таҡтаһында торған. Николай Васильевич 1944 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған. Ә инде 1945 йылда Владивостокка оҙатҡандар яҡташыбыҙҙы. Ул 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты составына эләккән. Манчжурияға бәреп ингәндәр. Бер нисә тапҡыр яраланған һалдат, госпиталдә дауаланған, аҙаҡтан тыуған яҡтарына ҡайтарылған. – Донъялар тынысланһын ине, дошманды ҡыйратырға, Еңеү тураһында ишетергә лә күп ҡалмағандыр, тулыһынса ышанам, – ти 98 йәшлек Николай Лавренов. Николай Васильевич әйтеүенсә, оҙон ғүмерле булыуҙың сере ябай – күңелеңдән боҙоҡлоҡтарҙы алып ташлау, йөрәгеңдә тик изге уйҙар йөрөтөү. Фото: Дим районы хакимиәте.