▶️ Беренсе майҙан урман янғындарына бәйле махсус режим иғлан ителә. Башҡортостанда быйылғы йәй үтә лә эҫе булмаҡсы. Һәр хәлдә синоптиктар шулай тип фаразлай. Ә был мәғлүмәтте урмансылар шунда уҡ "ҡолаҡҡа элеп" ҡуйҙы. Сөнки ҡоро йәй урман янғындарына төп сәбәпсе. Яҙҙың да иртә килеүен иҫәпкә алып быйыл янғын хәүефе 3 апрелдән үк ғәмәлгә инде. Ә 1 майҙан урман янғындарына бәйле махсус режим иғлан ителә. Был осорҙа урманға сығыуға бәйле сикләүҙәр ҙә буласаҡ. Яҙ – урман эшселәре өсөн ҡыҙыу мәл, уларҙы тергеҙеү, үҫентеләр сәсеү мәле лә. Республикала хәҙер матур йолаға әүерелгән "Йәшел Башҡортостан" һәм "Хәтер баҡсаһы" акциялары ағас ултыртыу менән бергә ғәйәт ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә. Ул үҫеп килгән быуында Ер шарының “йәшел ҡалҡаны”на һаҡсыл ҡараш тыуҙыра. Быларҙың барыһы бергә кешене туйындырған да, кейендергән дә урманды хәстәрләү өлгөһө. Миҙгеле килгәс иҫкәртер ҙә, хәтергә төшөрөр ҙә сәбәп булыр бөгөнгө һөйләшеү. Янғын хәүефе осоронда тәбиғәткә һаҡсыл булыу ҡағиҙәләрен ҡабатлап, си
Иҡтисади Башҡортостан - 10.04.2025 Урмандарҙа - янғын хәүефе
10 апреля 202510 апр 2025
1 мин