2025 йылдың 8 апрелендә “Башҡортостан геройҙары” программаһының икенсе этабы тамамланды – быға тиклем теркәлеүгә ғариза биргән ҡатнашыусылар тест үтте. Әле уларҙың эштәре баһалана, тип һөйләнеләр программаның ойоштороу комитетында. Киләһе этап – әңгәмәләшеү 14 апрелдә башлана һәм 12 майға тиклем дауам итә. Тест этабы кеүек, әңгәмә онлайн режимда үтәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостан геройҙары” – МХО ветерандары һәм унда ҡатнашыусылар өсөн программа, ул – “Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы. – “Башҡортостан геройҙары” программаһын Владимир Владимирович Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнек. Уның маҡсаты – яугирҙәребеҙҙе төбәктең идара итеү командаһында – дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, республика предприятиеларында эшләү өсөн әҙерләү. Уларҙың баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе, шәхси сифаттары, Тыуған илгә хеҙмәт итеү теләге тыныс тормошта ла талап ителә. Был егеттәр – илебеҙҙең терәге, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров. “Башҡортостан геройҙары” программаһында
“Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусылар тест үтте
10 апреля 202510 апр 2025
~1 мин