Төбәк эшҡыуарҙары Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың һанлы платформаһы аша ташламалы лизинг финанслауына ғариза тапшыра ала. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ул төбәктең лизинг компанияһы һәм бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге арҡаһында булдырылған. Был хеҙмәт “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурсентная экономика) тормошҡа ашырыла. Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн финанс ярҙамын алыу процесын ябайлаштырыуға йүнәлтелгән. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко был башланғыстың айырыуса бизнес вәкилдәре өсөн мөһим булыуын билдәләне, сөнки кәрәкле ҡорамал йәки транспортты алғанда ваҡытты сарыф итмәҫкә ярҙам итә. Был хеҙмәттең башҡа өҫтөнлөктәре лә күп. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.