Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йөрәк хаҡында тулы мәғлүмәт бирәсәк

Бүздәк районы дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы ҡорамал алынды. Ул тәүлек әйләнәһенә электрокардиограмманы теркәйәсәк, артериаль ҡан баҫымын үлсәйәсәк, тын алыу функцияларын һәм ҡандағы кислород кимәлен билдәләйәсәк. Бындай тикшереү табипҡа йөрәк эшмәкәрлеге хаҡында ғәҙәттәге ЭКГ менән сағыштырғанда күберәк мәғлүмәт бирәсәк. Комплекс ярҙамында йөрәк ритмы боҙолоуын, ҡан әйләнешендәге үҙгәрештәрҙе асыҡларға мөмкин. –Холтер-мониторинглау пациент артынан көндөҙ генә түгел, төнгө мәлдә лә оҙайлы ваҡыт күҙәтергә мөмкинлек бирә. Ул дөрөҫ диагноз ҡуйырға, терапияның һөҙөмтәлеген билдәләргә ярҙам итә, – ти дауахананың дөйөм практика табибы Айгөл Фәйзрахманова. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм

Бүздәк районы дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы ҡорамал алынды. Ул тәүлек әйләнәһенә электрокардиограмманы теркәйәсәк, артериаль ҡан баҫымын үлсәйәсәк, тын алыу функцияларын һәм ҡандағы кислород кимәлен билдәләйәсәк. Бындай тикшереү табипҡа йөрәк эшмәкәрлеге хаҡында ғәҙәттәге ЭКГ менән сағыштырғанда күберәк мәғлүмәт бирәсәк. Комплекс ярҙамында йөрәк ритмы боҙолоуын, ҡан әйләнешендәге үҙгәрештәрҙе асыҡларға мөмкин. –Холтер-мониторинглау пациент артынан көндөҙ генә түгел, төнгө мәлдә лә оҙайлы ваҡыт күҙәтергә мөмкинлек бирә. Ул дөрөҫ диагноз ҡуйырға, терапияның һөҙөмтәлеген билдәләргә ярҙам итә, – ти дауахананың дөйөм практика табибы Айгөл Фәйзрахманова. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы.