Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы техникаһы паркы 2025 йылғы сәсеү кампанияһы алдынан етди яңыртылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан. Ауыл хужалығын Рәсәйҙә етештерелгән яңы техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү» милли проектының (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») маҡсаты булып тора. Беренсе кварталда аграрийҙар 2,2 миллиард һумға 321 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Был 2024 йылға ҡарағанда 500 миллион һумға күберәк. - Төбәктә ауыл хужалығы техникаһы паркы 76 тракторға, 50-нән ашыу тупраҡ эшкәртеү, сәсеү һәм урып-йыйыу машиналарына тулыланды. Техника паркын яңыртыу иҫәбенә яҙғы баҫыу эштәренә былтырғыға ҡарағанда 250 берәмеккә күберәк сәсеү һәм тупраҡ эшкәртеү агрегаттары йәлеп ителәсәк. Был яҡшы ярҙам буласаҡ һәм сәсеү эштәрен ваҡытында үткәрергә мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары