Май айында нисек ял итәбеҙ? Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында май байрамдарында ял көндәре хаҡында иҫкә төшөрҙөләр. «1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө ял көндәре булып тора. Хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыу өсөн Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән ялдар 4 ғинуарҙан 2 майға һәм 23 февралдән 8 майға күсерелде. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1-4 майҙа, шулай уҡ 8-11 майҙа ял итәбеҙ. Алты көнлөк эш аҙнаһында 1 һәм 4 май, шулай уҡ 8, 9 һәм 11 май – ял көндәре», — тиелә ведомство белдереүендә. 2025 йылда 1 май кесаҙнаға тура килә, шуға шаршамбы, 30 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.