Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Сәләмәтлек- кешенең иң ҙур байлығы

Сәләмәтлек- кешенең иң ҙур байлығы. Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәгеһе килһә, һәр кеше иң беренсе сиратта үҙенең сәләмәтлеге тураһында ҡайғыртырға тейеш. Хәрәкәттә – бәрәкәт! Бына инә көс һәм дәрт! Тәнгә – сихәт, йәнгә –рәхәт, Хәрәкәткә мең рәхмәт! тигән девиз менән   Бөтә донъя "Сәләмәтлек" көнө уңайынан мәҙәниәт йортонда “Хәрәкәттә-бәрәкәт” исемле сара үтте. Әхмәр ауылы халҡының һаулығын ҡайғыртҡан медигыбыҙ Мәтинова Тансулпан Шәкирйән ҡыҙы ҡатын- ҡыҙҙарға төрлө күнекмәләр күрһәтеп сығыш яһаны. Халыҡ медицинаһы тураһында ла ҡатын- ҡыҙҙар бик күп мәғлүмәттәр менән уртаҡлаштылар. Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. Ләйсән Әбдисова.

Сәләмәтлек- кешенең иң ҙур байлығы. Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәгеһе килһә, һәр кеше иң беренсе сиратта үҙенең сәләмәтлеге тураһында ҡайғыртырға тейеш.

Хәрәкәттә – бәрәкәт!

Бына инә көс һәм дәрт!

Тәнгә – сихәт, йәнгә –рәхәт,

Хәрәкәткә мең рәхмәт! тигән девиз менән   Бөтә донъя "Сәләмәтлек" көнө уңайынан мәҙәниәт йортонда “Хәрәкәттә-бәрәкәт” исемле сара үтте.

Әхмәр ауылы халҡының һаулығын ҡайғыртҡан медигыбыҙ Мәтинова Тансулпан Шәкирйән ҡыҙы ҡатын- ҡыҙҙарға төрлө күнекмәләр күрһәтеп сығыш яһаны. Халыҡ медицинаһы тураһында ла ҡатын- ҡыҙҙар бик күп мәғлүмәттәр менән уртаҡлаштылар. Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт.

Ләйсән Әбдисова.

-2
-3
-4