Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кадастр хаҡы нисек иҫәпләнә?

Ер участкаларына һәм капиталь төҙөлөш объекттарына кадастр баһаһы дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. 2026 йылда ер участкаларының кадастр хаҡы яңынан билдәләнәсәк. Быйыл дөрөҫ баһа алыу маҡсатында әҙерлек эштәре алып барыла, шул иҫәптән күсемһеҙ милек объектына хоҡуҡлы кеше йәки уның вәкиле биргән декларациялар йыйыла. Кадастр хаҡын билдәләгәндә иҫәпкә алынған факторҙарға бәйле ер участкаларының хаҡы арта ла, кәмей ҙә ала. Уларға коммуникациялар һәм инфраструктура, электр, һыу, газ менән тәьмин итеү инә. Шулай уҡ төбәктәге баҙар торошо ла иҫәпкә алына. Күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡы нимә ул? Ул нисек иҫәпләнә? Һатып алыусы күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡы менән риза булмаҫҡа мөмкин. Был осраҡта баһа биргән бюджет учреждениеһына (БТИ) кадастр хаҡын иҫәпләү өсөн мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереүҙе, кәрәк булғанда, хатаны төҙәтеүҙе һәм хаҡты яңынан иҫәпләүҙе һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был процедура бушлай. Ә бына күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡын баҙар хаҡы күләмендә

Ер участкаларына һәм капиталь төҙөлөш объекттарына кадастр баһаһы дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. 2026 йылда ер участкаларының кадастр хаҡы яңынан билдәләнәсәк. Быйыл дөрөҫ баһа алыу маҡсатында әҙерлек эштәре алып барыла, шул иҫәптән күсемһеҙ милек объектына хоҡуҡлы кеше йәки уның вәкиле биргән декларациялар йыйыла. Кадастр хаҡын билдәләгәндә иҫәпкә алынған факторҙарға бәйле ер участкаларының хаҡы арта ла, кәмей ҙә ала. Уларға коммуникациялар һәм инфраструктура, электр, һыу, газ менән тәьмин итеү инә. Шулай уҡ төбәктәге баҙар торошо ла иҫәпкә алына. Күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡы нимә ул? Ул нисек иҫәпләнә? Һатып алыусы күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡы менән риза булмаҫҡа мөмкин. Был осраҡта баһа биргән бюджет учреждениеһына (БТИ) кадастр хаҡын иҫәпләү өсөн мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереүҙе, кәрәк булғанда, хатаны төҙәтеүҙе һәм хаҡты яңынан иҫәпләүҙе һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был процедура бушлай. Ә бына күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡын баҙар хаҡы күләмендә билдәләргә тура киләсәк. https://vk.com/wall-201146046_156712