Ай дауамында dzen.ru-ның төп битендәге “Яңылыҡтар”ҙа теүәл 80 йыл элек, тап ошо көндә булған ваҡиғалар тураһында ысын архив материалдары баҫылып барасаҡ. Проектты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, унда 17 федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт сараһы ҡатнаша. Улар араһында ТАСС, “Известия”, “Комсомольская правда”, “Московские новости”, “Вечерняя Москва”, “Правда” гәзите, “ИноСМИ” һәм башҡалар бар. Улар һуғыш осорондағы гәзиттәрҙе һанлаштырған һәм шуларҙы баҫтыра, быға тиклем улар баҫма матбуғат рәүешендә генә һаҡлана ине. «80 йыл элек» бүлегендә Дзен ҡулланыусылары фронт тураһындағы реаль мәғлүмәттәр менән таныша, геройҙарҙың яҙмыштары тураһында белә, илдең тарихында иң хәл иткес мәлдә нимә менән йәшәгәнен күрә ала. «Республика Башкортостан» гәзите коллективы был проектты хуплап, «Красная Башкирия» гәзитенең бер нисә архив материалын баҫтырыу өсөн әҙерләгән. Уларҙа республиканың ауыр һуғыш йылдарында нисек йәшәүе тураһында бәйән ителә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тыл хеҙмәтсәндәре иген сәскән, сәнә
Гәзит Дзендың Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған проектын хупланы
9 апреля 20259 апр 2025
1 мин