Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Иғтибар: талпандар ныҡ үрсегән!

7 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһының медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалған 13 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың һаны күп йыллыҡ күрһәткестәр кимәлендә. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалынан хәбәр итеүҙәренсә, миҙгел башынан алып энцефалит, боррелиоз менән зарарланыуға туғыҙ талпан тикшерелгән. Иксод талпандары затының дала төрөнә ҡараған талпандарҙың йәшәү ареалы башлыса Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғы, Көнбайыш Себер, Ҡырым, Кавказ (шул иҫәптән Кавказ аръяғы), урта һәм түбәнге Волга буйы. Талпандарҙан нисек һаҡланыу ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Урманға йәки паркка барғанда кейемгә айырым иғтибар бирегеҙ: тәндең күренгән урындарын ҡаплап торған асыҡ төҫтәге кейем кейегеҙ, сәсегеҙҙе баш кейеме эсенә йыйығыҙ, салбар балағын итек ҡуңалтайына ҡыҫтырығыҙ. Һәр 15-20 минут һайын үҙегеҙҙә һәм юлдаштарығыҙҙа талпан бармы-юҡмы икәнен тикшереп тороғоҙ. Инструкция буйынса репелленттар ҡулланығыҙ. Сығанаҡ: https://vk.com/wall-201146046_156712 видеоһы (скриншот).