Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

"Бөгөн гәзит таратыусы Миңлегөл Әмирхан ҡыҙы менән 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына газета-журналдарға яҙҙырыу маҡсатында Ҡолсора ауыл

"Бөгөн гәзит таратыусы Миңлегөл Әмирхан ҡыҙы менән 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына газета-журналдарға яҙҙырыу маҡсатында Ҡолсора ауыл хакимиәтенең ауылдары буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Кемдәрҙер эш урынынан китә алмайҙар, кемдәрҙер почта бүлексәһенә барып яҙылырға форсат теймәй, ә беҙ уларҙың эш урынына, өйҙәренә, ҡайһыларына телефон аша шылтыратып төрлө басмаларға яҙҙырҙыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, икенсе ярты йыллыҡта тағы ла (бөгөнгө көндә яҙылғандар) 45 өйгә "Һаҡмар" киләсәк, тимәк, беҙҙең "Һаҡмар"ҙың киләсәге бар әле", - тип хәбәр итте баҫмабыҙҙың дуҫы һәм терәге, китапханасы Гүзәл Мөхәмәтҡужина. Афарин, ысын дуҫтар шулай була!

"Бөгөн гәзит таратыусы Миңлегөл Әмирхан ҡыҙы менән 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына газета-журналдарға яҙҙырыу маҡсатында Ҡолсора ауыл хакимиәтенең ауылдары буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Кемдәрҙер эш урынынан китә алмайҙар, кемдәрҙер почта бүлексәһенә барып яҙылырға форсат теймәй, ә беҙ уларҙың эш урынына, өйҙәренә, ҡайһыларына телефон аша шылтыратып төрлө басмаларға яҙҙырҙыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, икенсе ярты йыллыҡта тағы ла (бөгөнгө көндә яҙылғандар) 45 өйгә "Һаҡмар" киләсәк, тимәк, беҙҙең "Һаҡмар"ҙың киләсәге бар әле", - тип хәбәр итте баҫмабыҙҙың дуҫы һәм терәге, китапханасы Гүзәл Мөхәмәтҡужина.

Афарин, ысын дуҫтар шулай була!

-2
-3
-4
-5
-6
-7