Бынан бер нисә йыл элек йырсы Ришат Төхвәтуллин үҙен бер туҡтамай эҙәрлекләүсе фанаты тураһында һөйләгән ине. Кәләш алып, улы тыуһа ла туҡтамаған икән. "Өфөлә концерттарыбыҙ үтте. Өфө концерттарының "изюминкаһы" ул. Кемдәр уны белмәй, таныштырғым килә. Әлеге ҡатын-ҡыҙға - 50 йәштәр тирәһе. Ул мине ҡасан да булһа үҙенә өйләнәсәк тип уйлай. "Беҙҙең арала бер ни була алмай", тип аңлатһам да, үҙ һүҙен бирмәй. Кейемдәрен йыйып, минең янға Ҡазанға килә. Күсенәм тип уйлай микән. Көскә оҙатып ебәрәбеҙ..." - тип яҙған йырсы үҙенең социаль селтәрҙәрендә. Әйткәндәй, Ришат менән Әлиәнең туйҙары булғас, фанат ҡатын бер аҙ тынысланып ҡалғандай ине. Әле йәнә килеп сыҡҡан, Ришатҡа шылтыратҡан. Уның менән телефондан Ришат урынына төркөмдәге икенсе кеше һөйләшкән. "Ришат өйләнде бит инде. Хәҙер яңғыҙ ҡатындарға йөрөмәй", - тигәнгә, "Ҡысҡырма, жену можно отодвинуть", - тип әйтә ти әле. Күрәһең, яҙ айы фанат ханымға ла тәьҫир итәлер... Фото: телеграм