Бөгөн көтмәгәндә ҡайғылы хәбәр алдыҡ: билдәле ҡурайсы, Өфө ҡалаһындағы Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар сәнғәт мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғиниәт улы Ғәйетбаев ҡапыл вафат булған. Ул Баймаҡ районының бихисап таланттары менән дан тотҡан Буранбай ауылынан ине. Әхиәт Ғиниәт улы Өфө ҡалаһының Ленин районы башҡорттары ҡоролтайын да етәкләне. Үткән аҙнала ғына, 3 апрелдә, яҡташыбыҙ “Айыҡ ауыл” республика конкурсының финалында ҡатнашҡан Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы делегацияһын хуплап, үҙенең шәкерттәре менән ҡурай уйнап йөрөгәйне. “Ихлас, эскерһеҙ, әҙәпле һәм юғары мәҙәниле ағайыбыҙ ине”, - ти уның тураһында яҡташтары. Әхиәт Ғәйетбаев Өфө сәнғәт училищеһында билдәле ҡурайсы Ғата Сөләймәновта белем алған. Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы директоры урынбаҫары була, 2007 йылдан баш ҡаланың 9-сы балалар музыка мәктәбен етәкләй. Уның тырышлығы менән белем усағына педагог, музыкант һәм халыҡ йырсыһы Әҙеһәм Исҡужиндың исемен бирелә, ә 2020 й