Ҡыҙының әсәһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Гүзәл Борханова Самат менән бергә йәшәгән йылдарын мөхәббәтле, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. 1976 йылдың 16 июнендә Ғафури районы Йөҙимән ауылында тыуған Самат Фәхретдин улы Садыҡов 5 кенә йәшендә атаһынан яҙа. Биш бала менән тол ҡалған әсәһе Тимербикә Әһлиулла ҡыҙы бәләкәй генә улын бесән сабырға ла, утын әҙерләргә лә үҙе менән алып йөрөтә. Нескә күңелле, мал йәнле булып буй еткерә Самат. Ағай-апайҙарының һөйөп-ҡурсыуына ҡарамаҫтан, үҙаллы булырға, һәр нәмәнең төбөнә төшөнөргә ярата. “Атлап түгел, осоп йөрөр ине, артынан ҡыуып етеп булмай ине уның”, – тиҙәр яҡындары Саматты хәтерләп. 1993 йылда Йөҙимән урта мәктәбен тамамлағас, Наумовка ауылындағы Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжында ветеринар һөнәрен алып сыға егет. 1994–1996 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Тоцк ҡасабаһында артиллерия ғәскәрҙәре часында хәрби бурысын үтәй. “Һуғыш була ҡалһа, мин хәрби бурысымдан баш тартмаясаҡмын”, –тип әйтер була ул йыш ҡына хәләл ефетенә. 2002 йылда тыуған Сөмбөл ҡыҙынан: “Атайың кем булып эшләй?” – тип һораһалар, ул “Ул –Электроник, ул –Лампочка!” – тип яуап бирә телдәр ҡыҙ. Оҫта ҡуллы электрик була Самат. Өфөлә йәшәгәнендә электр тауарҙары кибете хужаһы уны “уң ҡулым” тип йөрөтә. Вахта ысулы менән Себергә йөрөп эшләгән ир ауылына ялға ҡайтҡан ваҡыттарҙа өй тирәһендәге эштәр менән була. “Уй, бөгөн шундай күп балыҡ эләкте!” – тип уяныр була ул йоҡонан. 2024 йылдың декабрендә Самат Садыҡов Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, МХО-ға юллана. 72-се мотоуҡсылар дивизияһының 2-се Шайморатов батальонында хеҙмәт итә. “Сармат” тигән ҡушамат ала ул үҙенә. Тарихтан билдәле булыуынса, сарматтар иҫ киткес яугир һаналған, ауыр атлылар ғәскәрен булдырған. Самат Фәхретдин улы юҡҡа ғына был ҡушаматты алмағандыр. БЮТ журналисы Айнур Кәбировҡа биргән интервьюһында ул ниңә был аҙымға барғанына аңлатма бирә: “МХО-ға үҙемде һынар өсөн килдем. Тыуған илебеҙҙе яҡларға баҫҡан егеттәрҙән кәм түгелмен, тип мин дә улар сафына баҫтым. Үкенмәйем. Туғандарыбыҙ, баштарын юғары күтәреп, тыныс йәшәһен өсөн беҙ, ир-егеттәр, тыуған илебеҙҙе яҡларға тейешбеҙ”, – ти ул яугирҙәрсә ныҡлыҡ менән. Саматтың әсәһе Тимербикә апай данлыҡлы “Салауат” колхозында эшләй. Сөгөлдөр үҫтерә. Күпләп мал тота. Йәшләй генә тол ҡалдым тип тормай, балаларын яңғыҙ күтәрә. “Саматым хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, себер тарафтарына юлланды. Туйын да, миңә ауырлығын һалмай, үҙе яһаны. Мал көсө менән көн иттек. Ике ағаһы хеҙмәткә алынғас, Саматым таяныс булып ҡалды. Радик ағаһы иҫән-һау әйләнеп ҡайтты, шунан Фәтих китте. Асия ҡыҙым Салауатта эшләне, Баймаҡҡа кейәүгә сыҡты. Әле шул ҡыҙымда йәшәйем, бүләсәремде ҡарайым. Яҡшы йәшәйбеҙ. Айгөлөм дә матур тормош көтә”, – ти балалары менән ғорурланып. Саматтың дыуамалыраҡ холҡон белгәс, Асия апайы: “Һин теге яҡҡа юлланып ҡуйма”, тип һуғышҡа бармаҫҡа киҫәтә. Самат көлөп кенә ҡуя: “Мин иҫәрме ни һеҙгә?” Шулай ҙа әсәһе менән: “Оҙон юлға сығам, әсәй! Фатихаңды бир!” – тип хушлашып китә. “Аятел Көрси уҡып, сәстәренән һыйпап оҙатып ҡалдым баламды. Кем белгән уның һуғышҡа юлланырын? “Вахтаға саҡыртып алдылар”, тигәненә ышандым шул”, – тип илай Тимербикә апай. 10 ғинуарҙа Тимербикә Әһлиулла ҡыҙы 85 йәшен туйлай. Саматының ғына телефон аша ҡотлап, бүләккә аҡса һалыуына бер аҙ һиҫкәнеп ҡуя. “Кешегә һәйбәт булды балам. Миңә лә “инәкәйем” тип өҙөлөп кенә торҙо”, – ти әсәһе. Икенсе улы Фәтих Миләүшә килене менән нигеҙ һаҡлап, әсәй йортонда йәшәй. Айгөл ҡыҙы Тобольскта донъя көтә. Тимербикә инәйҙең ейән-ейәнсәрҙәре һөйөндөрөп йәшәтә. Тимербикә Әһлиулла ҡыҙы Ҡотлогилдина, әсәйемдең йәшенә етһәм, тип теләй. Атаһы Герман һуғышында йөрөп тере ҡайтҡан була. Әсәһе Сания апай 76 йәшендә донъя ҡуя. “85-кә етеүемә ҡыуанам. Үҙемә “бала ҡайғыһы күрһәтмәһен, ҡартлыҡ бәхете бир” тип теләмәгәнмен. Шуға барлыҡ әсәләргә бала ҡайғыһы кисермәһен тип теләйем, ти Тимербикә инәй. Яугир юлын һайлаған Самат Садыҡов үҙенең ниндәй аҙымға барыуын яҡшы аңлаған. “Ҡулы эш белә ине, мал таба белде, шул вахатаһында ғына йөрөп ятмай...”, “Етеш донъяла йәшәне, бер ихтыяжы булманы...” тип иңрәгәндәргә ул ысын ир һүҙен әйтеп ҡалдырған: “Улдар илен һаҡларға тейеш. Туғандарым, башығыҙҙы юғары күтәреп йәшәгеҙ!” Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат саралары хеҙмәткәре, тележурналист Хәбирә Әбдрәхим ҡыҙы Хәмиҙуллина: Хеҙмәттәшем Гүзәл Борханова менән БДУ-ла уҡығанда танышҡайныҡ. Бер ятаҡта аралашып йәшәнек. Алсаҡлығы, эскерһеҙлеге өсөн уны яҡын күрҙем, кәңәштәремде бирҙем,белмәгәнен өйрәттем, сөнки уны һеңлем кеүек күрҙем. Йылдар үткәс, “Тамыр” телерадиостудияһында яңынан осраштыҡ, дуҫлығыбыҙ дауам итте. Гүзәл бер көндө уның артынан Самат исемле күрше ауыл егете йөрөгәнен әйтте һәм мине уның менән таныштырҙы. Күрәм, егет ҡыҙға мөкиббән ғашиҡ: Гүзәлдән күҙен алмай, ауыҙы ҡолағына еткән, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Үҙе бик бөхтә, матур итеп кейенгән. "Гүзәл туғаным, сыҡ һин был егеткә кейәүгә, һине бигерәк ярата бит”, – тип Гүзәлде Саматҡа кейәүгә сығырға өгөтләнем. "Юҡ, мин унан бер нисә йәшкә өлкәнерәк, уңайһыҙланам, ул тәҡдим яһаны инде”, –тип яуапланы Гүзәл. Ләкин Самат ҡыйыу егет булып сыҡты, ҡыҙ артынан йөрөүен туҡтатманы, Гүзәл дә киреләнмәне, улар өйләнешергә булдылар. Беҙ тормош иптәшем Камил менән уларҙың туйҙарында булдыҡ. Хәләл ефеттәребеҙ ҙә дуҫлашып китте, һүҙҙәре беректе. Икеһе лә Игеҙәк йондоҙлоғо аҫтында тыуған булып сыҡтылар. Гүзәл йыш ҡына миңә: "Хәбирә апай, мине һәйбәт кешегә кейәүгә бирҙең, Саматҡа йөҙө, холҡо менән ике тамсы һыу кеүек оҡшаған, тормошомдоң мәғәнәһе булған ҡыҙым бар. Яҙмышыма рәхмәтлемен”, –тип әйтә ине. Өҫтәүенә, Самат бик булдыҡлы, аҡса таба белгән, эшсән, уңған егет булып сыҡты. Ике яҡлап туғандарҙы тиң күрҙе, ауылда йәшәгән ҡайныһына ла, үҙенең туғандарына донъя көтөштө: бесән сапты, утын әҙерләште, бер эштән дә ҡалманы. Самат менән Гүзәлдең туйҙары әле лә иҫтән сыҡмай. Беҙ Гүзәлдең хеҙмәттәштәре телевидениенан бер “ГАЗель” булып тейәлешеп, Ғафури районына туйға барҙыҡ. Туй бик матур үтте, өҫтәлде Өфөнөң ресторан хеҙмәткәрҙәре әҙерләгәйне. Кисен күрше ауылға клубҡа сыҡтыҡ. Бер йылдан уларҙың ҡыҙҙары тыуҙы, күмәкләшеп барып Гүзәлде бала табыу йортонан ҡаршыланыҡ. Балаға матур итеп Сөмбөл тип исем ҡуштылар. Гүзәл сабыйын бик ауыр тапты, өйгә ҡайтҡас, баланы Самат үҙе ҡараны, икеһен дә үҙе тәрбиәләне. Ата-әсәһе Сөмбөлдө үҫә төшкәс, ниндәй генә түңәрәккә йөрөтмәне. Ул саксофон буйынса музыка мәктәбен тамамланы, бейеү ансамблендә солистка булып сит илдәрҙә сығыш яһаны. Хәҙерге ваҡытта Ҡытайҙа юғары уҡыу йортонда белем ала. Саматҡа Гүзәлдең тапшырыуҙары бик оҡшай торғайны. Уның матур текстарына һоҡланып: "Минең Мостайым”, – тип йөрөттө. Ә ҡәҙимге тормошта уға йомшаҡ итеп: "Кәләш," – тип кенә өндәште. Гөлназ ҠОТОЕВА. Ғафури районы. Автор һәм ғаилә архивы фотолары. Самат Садыҡов. Самат һәм Гүзәл ҡыҙҙары Сөмбөл менән. Яугирҙе һуңғы юлға оҙатыу Саматтың әсәһе Тимербикә Әһлиулла ҡыҙы
Ҡыҙының әсәһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Гүзәл Борханова Самат менән бергә йәшәгән йылдарын мөхәббәтле, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. 1976 йылдың 16 июнендә Ғафури районы Йөҙимән ауылында тыуған Самат Фәхретдин улы Садыҡов 5 кенә йәшендә атаһынан яҙа. Биш бала менән тол ҡалған әсәһе Тимербикә Әһлиулла ҡыҙы бәләкәй генә улын бесән сабырға ла, утын әҙерләргә лә үҙе менән алып йөрөтә. Нескә күңелле, мал йәнле булып буй еткерә Самат. Ағай-апайҙарының һөйөп-ҡурсыуына ҡарамаҫтан, үҙаллы булырға, һәр нәмәнең төбөнә төшөнөргә ярата. “Атлап түгел, осоп йөрөр ине, артынан ҡыуып етеп булмай ине уның”, – тиҙәр яҡындары Саматты хәтерләп. 1993 йылда Йөҙимән урта мәктәбен тамамлағас, Наумовка ауылындағы Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжында ветеринар һөнәрен алып сыға егет. 1994–1996 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Тоцк ҡасабаһында артиллерия ғәскәрҙәре часында хәрби бурысын үтәй. “Һуғыш була ҡалһа, мин хәрби бурысымдан баш тартмаясаҡмын”, –тип әйтер була ул йыш ҡына хәләл ефетенә. 2002 йылда ты