Торлаҡты вирустарҙан таҙартыуҙың иң яҡшы юлы, әлбиттә, уны даими йыуыу һәм һөртөү. Быны дарыухананан һатып алынған мирамистин, хлоргексидин йәки дезактин ярҙамында атҡарырға мөмкин. Һуңғыһында хлор бар. Шуға уны йылы һыу менән йыуыу яҡшы. Ошо матдәләр ҡушылған һыу менән иҙәнде йыуығыҙ, шулай уҡ ғаилә ағзалары йышыраҡ тотҡан ишек тотҡаларын, компьютер клавиатураһын һәм башҡа әйберҙәрҙе һөртөгөҙ. Икенсенән, йорт йәки фатирҙы таҙалағанда “Белизна”, “Блеск”, “Санита” һәм башҡа химик сараларҙы файҙаланырға мөмкин. Тик бирсәткә кейергә онотмағыҙ, сөнки уларҙың составында монохлорамин һәм хлор эзбизе бар. Бынан тыш, халыҡ саралары ла бар. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр бүлмә-фатирҙы йыйыштырғанда бер стакан һыуға бер тамсы нашатыр спиртын һала йәки ун литр һыуға бер стакан водород перекисы файҙалана. Аш һеркәһе, ҡәҙимге тоҙ ҙа инфекцияларҙы юҡ итергә ярҙам итә. Эфир майҙары ла төрлө инфекцияларҙы зарарһыҙландыра. Мәҫәлән, эвкалипт, лимон, пихта һәм башҡалар. Тик бына был осраҡта өйҙә аллергия менән