Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе: 61-се йәшендә Өфө ҡалаһының Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Ә.Исҡужин исемендәге

Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе: 61-се йәшендә Өфө ҡалаһының Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Ә.Исҡужин исемендәге 9-сы балалар сәнғәт мәктәбе директоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғиниәт улы Ғәйетбаев ҡапыл вафат булды. Ул 1961 йылдың 10 ғинуарында Буранбайҙа тыуған. Музыкаға һөйөү тыуған мөхитендә һеңеп үҫкән: Әхиәттең атаһы скрипкала уйнаған, әсәһе башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, Баймаҡ музыка мәктәбендә уҡыта. 1997 йылдан - Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы директоры урынбаҫары, 2007 йылдан баш ҡаланың 9-сы балалар музыка мәктәбе директоры. Уның етәкселегендә уҡыу йорто яңы һулыш ала. Ә.Ғәйетбаев учреждениеға Әҙеһәм Исҡужиндың исемен биреүгә өлгәшә, ә 2020 йылдан мәктәп яңы бинаға күсә. Ул эшләгән осорҙа уҡыу йортонда ҡурай, думбыра, торба, электрон музыка, эстрада вокалы кластары асыла. Халҡының ысын патриоты ине ул. Арҙаҡлы милләттәшебеҙ менән хушлашыу иртәгә, 10 апрелдә, 13.00 сәғәттә

Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе: 61-се йәшендә Өфө ҡалаһының Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Ә.Исҡужин исемендәге 9-сы балалар сәнғәт мәктәбе директоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғиниәт улы Ғәйетбаев ҡапыл вафат булды.

Ул 1961 йылдың 10 ғинуарында Буранбайҙа тыуған. Музыкаға һөйөү тыуған мөхитендә һеңеп үҫкән: Әхиәттең атаһы скрипкала уйнаған, әсәһе башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған.

Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, Баймаҡ музыка мәктәбендә уҡыта.

1997 йылдан - Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы директоры урынбаҫары, 2007 йылдан баш ҡаланың 9-сы балалар музыка мәктәбе директоры. Уның етәкселегендә уҡыу йорто яңы һулыш ала. Ә.Ғәйетбаев учреждениеға Әҙеһәм Исҡужиндың исемен биреүгә өлгәшә, ә 2020 йылдан мәктәп яңы бинаға күсә. Ул эшләгән осорҙа уҡыу йортонда ҡурай, думбыра, торба, электрон музыка, эстрада вокалы кластары асыла.

Халҡының ысын патриоты ине ул.

Арҙаҡлы милләттәшебеҙ менән хушлашыу иртәгә, 10 апрелдә, 13.00 сәғәттә Буранбай ауылында үтә.