БӨТӘ РӘСӘЙ ОЛИМПИАДАҺЫНДА ЕҢДЕЛӘР! Март айында Башҡорт дәуләт педагогия университетында башҡорт теленән үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында райондан 3 уҡыусы еңеүсе тип билдәләнде: ✅ Илтимер Мырҙағолов, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Сәғитова Резеда Ғәйзулла ҡыҙы), ✅ Айлина Әхмәтова, ошо уҡ мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Нурутҡолова Лилиә Салауат ҡыҙы), ✅ Азалия Күжәбаева, Әтек мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Кужабаева Әнүзә Сәлимйән ҡыҙы). Еңеүсе уҡыусыларҙы һәм уларҙың остаздарын ҡотлайбыҙ🌺🌺🌺 Олимпиадала еңеү уҡыусыларға төрлө уҡыу йорттарына ингәндә ярҙам итә - уларҙың БДИ һөҙөмтәһенә өҫтәмә балдар бирә.